Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.35 ↑

EUR 63.18 ↑

20 ғинуар, Йома

Уфа   °

Салауат Харасов Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе итеп һайланды

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 27 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Салауат Харасов Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе итеп һайланды. Ҡарар берҙәм тауыш менән БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 14-се ултырышында ҡабул ителде. Башҡортостан Президенты индергән кандидатура алдан ҡарала һәм Дәүләт Йыйылышының даими Комитеттары ултырыштарында хуплана.

Пленар ултырыштың көн тәртибенә индерелгән һорауҙарҙың икәүһе Контроль-иҫәп палатаһы эше менән бәйле: «Башҡортостан Республикаһы Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе вазифаһына Харасов Салауат Фәттәх улы кандидатураһы тураһында» һәм «Башҡортостан Республикаһы Контроль-иҫәп палатаһы структураһы һәм штат һаны хаҡында»ғы ҡарар проекты.

Салауат Харасов юридик белемгә эйә. Новосибирск юғары хәрби-сәйәси училищеһын һәм Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. 2009 йылдың 26 ноябренән алып Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы ҡарары менән республиканың Контроль-иҫәп палатаһын етәкләй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть