Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

20 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Республиканың Йәштәр палатаһы лидеры Таһир Ғизәтуллин Дәүләт Думаһының Йәштәр парламентында комиссияны етәкләне

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 26 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Дәүләт Думаһы ҡарамағындағы Йәштәр палатаһының Һаулыҡ һаҡлау һәм экология буйынса комиссияһын БР Ҡоролтайы ҡарамағындағы Йәштәр палатаһы рәйесе Таһир Ғизәтуллин етәкләне, тип хәбәр иттеләр палатаның матбуғат хеҙмәтенән.

Ҡарар шаршамбы, 26 ноябрҙә, ошо көндөрҙә Төмән ҡалаһында барған, Дәүләт Думаһы ҡарамағындағы Йәштәр парламентының күсмә ултырышында ҡабул ителде. Ултырыш рәйесе – Дәүләт Думаһы вице-спикеры Сергей Железняк.

— Тәү сиратта республиканың Дәүләт Йыйылышына Башҡортостандың Йәштәр палатаһына булышлыҡ итеүе өсөн рәхмәтлемен. Был вазифала закондар сығарыу эшенә һәм проект эшмәкәрлегенә ҙур иғтибар бүленәсәк, — тип һөйләне Таһир Ғизәтуллин.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Таһир Ғизәтуллин Төмәндәге форумда Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһының закондар сығарыу инициативаларын тәҡдим итә. Башҡортостан йәштәре биш тәҡдим әҙерләгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть