6 декабрь, Шишәмбе

26 ноябрь 2014 йыл, 16:33

Башҡортостан журналистары һәм төбәктең дини учреждениелары конфессия-ара хәлде баһалаясаҡ

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 26 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостан журналистарының «Төбәктәге конфессия хәле буйынса киң мәғлүмәт саралары һәм дини учреждениеларының үҙ-ара эшмәкәрлеге: торошо һәм үҫеш перспективалары» темаһы буйынса семинары 28 ноябрҙә Өфөнөң Мабуғат йортонда үтәсәк. Форум сиктәрендә журналистарҙың БР Президенты ҡарамағындағы Дәүләт һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет рәйесе Вячеслав Пятков һәм М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Мосолман мәғарифын үҫтереүҙең ғилми-тикшеренеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуын уҙғарыу планлаштырылған. Республиканың журналистар берләшмәһе вәкилдәре дини берекмәләр һәм власть органдары араһында үҙ-ара мөнәсәбәтте, дини белем биреүҙә ватан системаһын үҫтереүҙе, дини экстремизмды иҫкәртеү проблемаларын тикшерәсәк.

Семинарҙа республиканың дәүләт-конфессия сәйәсәте өлкәһендә пилот проекттарының береһен ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә нәшер ителгән, «Башҡортостан Республикаһының дини берләшмәләре» белешмә китабының презентацияһы уҙасаҡ. Баҫмала динде өйрәнеү нигеҙҙәре һәм төбәктәге дини ағымдарҙың үҫешеү тарихы, Башҡортостандағы теркәлгән дини ойошмалар һәм төркөмдәр, конфессия-ара мөнәсәбәттәрҙең динамикаһы хаҡында мәғлүмәт тупланған. Эш дини терминдар глоссарийы, төбәктең һәр муниципаль берәмеге территорияһында Дини берләшмәләр менән эш итеү буйынса комиссиялар тураһындағы мәғлүмәт менән тәьмин ителгән.

Журналистар менән осрашыуҙа шулай уҡ ошо баҫманың авторҙар коллективы – Башҡорт дәүләт педагогия университеты һәм БР Фәндәр академияһының Гуманитар тикшеренеүҙәр институты вәкилдәре ҡатнашасаҡ.