4 декабрь, Йәкшәмбе

26 ноябрь 2014 йыл, 14:51

Учалы Ашығыс ярҙам станцияһына — 50 йыл

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 26 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Учалы ҡалаһының ашығыс медицина ярҙамы бүлегенә нигеҙ һалыуға 50 йыл тулды. Был ваҡиғаға арналған тантаналы йыйылыш ошо көндәрҙә район хакимиәтенең ҙур залында уҙҙы.

Теүәл ярты быуат элек, 1964 йылда ҡалала тәүге фельдшер бригадаһы барлыҡҡа килә. Ҡала һаҙлыҡ урынында төҙөлгәс, ҡышын – кеше буйындай көрт аша, яҙын – йыуылып бөткән юлдар буйлап, ҡотҡарыусыларға пациенттарға үтергә тура килә. Ҡала яңы төҙөлә башлағанда, эргә-тирәлә бер-бер артлы тау-байыҡтырыу комбинаты, картон-рубероид заводы ҡалҡып сыға, йорттар һәм мәктәптәр һалына, юлдар төҙөлә, медицина хеҙмәткәрҙәренә тәүлек әйләнәһенә тиерлек бик күп төҙөлөш объекттарына сығырға һәм өйҙә ярҙам күрһәтергә өлгөрөргә тура килә. Ул саҡта ашығыс ярҙамы медицина хеҙмәткәрҙәренең ҡулдарында булған, берҙән-бер санитар автомобилен һәм ҙур булмаған инструменттар йыйылмаһы менән медицина сумкаһын, энтузиазм һәм бәләгә тарығандарға ярҙам итеү теләге тулыландыра.

Байрам менән станция коллективын район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Руслан Ғиләзетдинов ҡотланы. Ул әлеге ваҡытта фельдшерҙар һәм табиптарҙың арсеналында заманса диагностик аппаратура һәм яңы технологиялар булыуын билдәләне, әммә ашығыс ярҙам эшендә иң мөһиме медицина хеҙмәткәрҙәренең кешелек сифаттары, уларҙың пациенттарға изге һәм иғтибарлы мөнәсәбәте булды һәм шулай булып ҡала. «Нәҡ һеҙ тәүге минутта зыян күреүселәргә ярҙам итәһегеҙ, уның сифатынан йыш ҡына уларҙың ғүмере тора», — тип билдәләне ул. Юбилей менән коллективты шулай уҡ хакимиәт башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Зөһрә Гордиенко, Учалы Үҙәк ҡала дауаханаһы етәкселәре, табиптары һәм шәфҡәт туташтары ҡотланы.

Байрам көндө иң оператив медицина хеҙмәтенең утыҙҙан ашыу хеҙмәткәре район, ҡала һәм Үҙәк ҡала дауаханаһы хакимиәтенең Почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Кисә шәфҡәт туташы Римма Таранова һүҙҙәренә һәм йәш композитор Юрий Курочкиндың музыкаһына яҙылған, Ашығыс ярҙам станцияһы гимнын күмәкләп башҡарыу менән тамамланды, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенән.