8 декабрь, Кесе йома

26 ноябрь 2014 йыл, 13:06

Белоретта Әсә көнө хөрмәтенә байрам сараһы уҙҙы

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 26 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Әсә көнө алдынан Белореттың ҡала Мәҙәниәт йортонда тантана уҙҙы, унда ҡала һәм район әсәләрен байрам менән Белорет районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Иван Пинящук ҡотланы.

— Бөгөн республикабыҙҙың социаль сәйәсәте ғаиләне нығытыуға, уның ролен йәмғиәттә күтәреүгә, әсәлек һәм балалыҡты һаҡлауға, тыуымды арттырыуға йүнәлтелгән. Райондың төп ғорурлығы – уның күп балалы ғаиләләре. Улар беҙҙә 1100, — тип билдәләне Иван Пинящук. — Балалар баҡсалары, мәктәптәр, спорт һәм мәҙәниәт объекттары йүнәтәбеҙ, төҙөйбеҙ. Ҡалабыҙҙа бик яҡшы бала табыу йорто һәм балалар поликлиникаһы бар. Социаль торлаҡ һалабыҙ, күп балалы ғаиләләргә бушлай ер участкалары бүләбеҙ.

Ул шулай уҡ күп балалы әсәләргә, балаларҙы тәрбиәгә алған ҡатындарға айырым рәхмәтен белдерҙе.

Билдәләп үтергә кәрәк, Белорет районында һәм ҡалаһында биш һәм унан күберәк бала табыусы һәм тәрбиләүсе 154 күп балалы әсә «Әсәлек даны» миҙалын лайыҡлы йөрөтә.

Байрамға Ҡала мәҙәниәт һарайына ҡатын-ҡыҙҙар, төрлө предприятие һәм һөнәр вәкилдәре, шулай уҡ өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләүсе күп балалы әсәләр саҡырылғайны. Балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы Надежда Неудачина, ҡала Мәҙәниәт һарайының башҡорт халыҡ театры режиссеры Гөлнара Ғилманова, Белорет металлургия комбинатының прокат цехы электромонтеры Елена Павочкина, металлургия комбинатының 31-се ашханаһы ашнаҡсыһы Татьяна Бармина, электр элемтәһе инженеры Виктория Потапова, 8-се урта мәктәп уҡытыусыһы Светлана Дульцева, врач-неонатолог Ирина Әфләтүнова, «Миҙгел» салоны тегенсеһе Елена Дурникина, өйҙә социаль ярҙам күрһәтеү бүлеге хеҙмәткәре Әҡлимә Горбатова, шәхси эшҡыуар Розалия Мөхөтдинова республиканың лайыҡлы граждандарын тәрбиәләгәндәре өсөн бүләктәр һәм рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡ булдылар.

Белорет әсәләре өсөн Мәҙәниәт һарайының ижади коллективтары байрам концерты әҙерләгәйне, тип хәбәр итте муниципалитет хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге хеҙмәткәре Айгөл Кирамова.

темалар: әсә көнө