8 декабрь, Кесе йома

26 ноябрь 2014 йыл, 15:42

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы журналисы Арина Рәхимҡолова — Өфө ҡала Советы конкурсы еңеүсеһе

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 26 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының махсус хәбәрсеһе Арина Рәхимҡолова ҡала Советы эшмәкәрлеген яҡтыртыу буйынса конкурста «Интернет донъяһы» номинацияһында еңеүсе булды. Өфөлә шаршамбы, 26 ноябрҙә, депутат корпусы ултырышында журналистар араһында ижади бәйгегә йомғаҡ яһалды.

Еңеүселәр иҫәбенә үҙ номинацияларында «Вся Уфа» телекомпанияһы, «Уфа» журналы һәм «Business FM Уфа» радиостанцияһы вәкилдәре инде. Конкурс призерҙары — «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы, «Вечерняя Уфа» гәзите, «Спутник FM» радиостанциялары журналистары.

Конкурс дүрт номинацияла уҙғарылды: «Матбуғат һүҙе» (ваҡытлы матбуғат баҫмалары), «Өфө тауышы» (радиокомпаниялар), «Интернет донъяһы» (мәғлүмәт агентлыҡтары һәм интернет киң мәғлүмәт саралары), «Объективтағы ҡала» (телекомпаниялар). Конкурста ҡатнашыуға йәмғеһе 12 заявка бирелгән.

Жюри материалдарҙың көнүҙәклеге, журналистың профессиональ оҫталығы һәм ҡала депутат корпусы эшмәкәрлеген даими яҡтыртыуы кеүек сифаттарҙы иҫәпкә алып иң яҡшы эштәрҙе баһалаған. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы декабрҙә уҙасаҡ.