8 декабрь, Кесе йома

26 ноябрь 2014 йыл, 12:39

ШОС һәм БРИКС саммиттары менән бәйле Башҡортостанда инвестиция әүҙемлегенең артыуын көтәләр

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2014 йыл, 26 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалия Вәлиева/. — Саммиттар уҙғарыу – төбәктең инвестиция йәлеп итеүсәнлеге элементы, — тип иҫәпләй БР Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығының Инвестиция сәйәсәте идаралығы начальнигы урынбаҫары Нияз Фазылов. — Бында килеп, урындағы уйынсылар менән эшмәкәрлек итеүсе инвесторҙар, һис шикһеҙ, уға иғтибар итә. Тәү сиратта улар рейтингҡа, бурыс сәйәсәтенә, инфраструктураға иҫәп тота һәм эш климатын баһалай. Бындай сараларҙы уҙғарыу – теләһә ҡайһы төбәктең төп күрһәткесе, урта сроклы перспективала инвестиция йәлеп итеүсәнлегенең үҫешен көтөргә кәрәк. Бынан тыш, саммиттар һәм башҡа уға оҡшаш саралар инвестициялар йәлеп итеү өсөн инфраструктура булдыра.

ШОС һәм БРИКС саммиттарының Башҡортостан бизнесына ниндәй перпективалар асыуы хаҡында «Башкортостандағы «Коммерсант» нәшриәте йортонда ойошторолған түңәрәк өҫтәлдә һөйләнеләр.

Нияз Фазыловтың әйтеүенсә, ғинуар-октябрҙә тауарҙар экспорты республикала 9,9 миллиард доллар тәшкил иткән һәм уҙған йыл менән сағыштырмаса 18,5 процентҡа артҡан. Башҡортостан Нидерландтарға, Италияға, Ҡытайға һәм Һиндостанға әүҙем экспортлай. Иң эре импортер – Япония (машина эшләү һәм химия сәнәғәте изделиелары индерә), икенсе урында Ҡытай. Экспорт күләмдәре үҫә. Һуңғы өс йылда инвестицияларҙың үҫеү темптары 7,2-8 процент тәшкил итһә, ағымдағы йылдың туғыҙ айында артым алты процент.

— ШОС илдәре менән тауар әйләнеше тотороҡло арта, — тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы министры Руслан Мирсаяпов. — Билдәле кире тенденциялар бар, әгәр осраҡты тотош алып ҡарағанда хәл уңышлы ғына.

Уның әйтеүенсә, Рәсәйҙең саммиттағы рәйеслеге йылында ШОС илдәренең транзит потенциалын үҫтереү мәсьәләләре өҫтөнлөклөләрҙең береһе.

— ШОС илдәренең транспорт сылбырын оптималләштереү проекттарын ойоштороу, илдәрҙең продукцияһын Башҡортостан аша Рәсәйгә доставкалау буйынса ҡыҙыҡһыныуын күрәбеҙ, — тип хәбәр итте Руслан Мирсаяпов. — Был проекттар бизнесмендарыбыҙға ҡыҙыҡлы. Бынан тыш, ШОС илдәре ҡатнашлығында Башҡортостан территорияһында ғәмәлгә ашырыла башланған бер төркөм проекттар бар. Улар машина эшләүсе предприятиеларҙың үҙ-ара килешеп эш итеүенә ҡағыла, ШОС илдәренән уҙаҡташтар һәм продукциялар ташыусыларҙы йәлеп итеү менән логистик комплекстар төҙөү буйынса ҡыҙыҡлы проекттар бар. Эштәр хәҙер әҙерлек этабында бара, саммиттарҙа иғлан итеү өсөн проекттарҙы әҙерләргә кәрәк.

Шулай уҡ түңәрәк өҫтәлдә тыуған ил һәм сит ил инвесторҙарының хоҡуҡтарҙа тиң булыуҙары билдәләнде. Сит ил инвесторҙарына вәғәҙәләнгән ташламалар предприятиеның республика территорияһында теркәлеү осрағында ғына ғәмәлгә ашырыла. Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар шулай уҡ республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы йөҙөндә Башҡортостандың ШОС һәм БРИКС илдәренең Эшлекле советы составына инеүенә күрә бизнес мөмкинлектәре тураһында белде.

— Эшлекле совет – федераль кимәлдәге алдынғы бизнесмендар ингән халыҡ-ара структура, — тип һөйләне БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вице-президенты һәм ШОС һәм БРИКС илдәренең Эшлекле советының милли бүлек рәйесе урынбаҫары Азат Фазлыев. — Эшлекле совет – сауҙа-сәнәғәт палатаһын күрһәтеүсе эшҡыуарҙар берләшмәһе. Иғтибарыбыҙҙы ШОС һәм БРИКС советтарына йүнәлтәбеҙ. Бизнесмендарҙың бәйләнеше республика иҡтисады өсөн файҙа килтереүен көтәбеҙ. Эшлекле советтарҙың ултырышы сәйәси саммиттарға тиклем ике көн ҡалғас уҙасаҡ, ШОС һәм БРИКС илдәренең сауҙа палаталары һәм бизнес-берләшмәләре етәкселәре киләсәк. Бынан тыш, банк өлкәһендә өс сара үтәсәк: Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының банк-ара советы, БРИКС-тың финанс советы һәм финанс форумы. Йөҙҙән ашыу ҡатнашыусының килеүен көтәбеҙ. Губернаторҙар, урта кимәлдәге бизнесмендар киләсәк төбәк-ара хеҙмәттәшлек форматын булдырырға тәҡдим ителде. Әлеге ваҡытта Һиндостан, Ҡытай һәм Ҡаҙағстан төбәктәре менән бәйләнештәр көйгә һалынды. Был майҙансыҡты даими итергә тырышасаҡбыҙ. 2015 йыл дауамында ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерлек саралары планына ингән сараларҙа нығыраҡ эшләп ҡалырға көс һаласаҡбыҙ. Ул ике иң эре сара — «Ҙур химия» халыҡ-ара форумы (2015 йылдың 21-22 майында) һәм «Газ.Нефть.Технологиялар» күргәҙмәһе (19-24 майҙа). Ойоштороу комитеты булдырылған. Шулай уҡ Башҡортостан вәкилдәре 2015 йылдың 18-19 июнендә Санкт-Петербург иҡтисади форумында ҡатнашасаҡ, унда республика территорияһында тормошҡа ашырырға күҙалланған проекттар менән Башҡортостан экспозицияһы буласаҡ.

ШОС һәм БРИКС офис-төркөмө директоры Николай Фадеев саммиттарға ғәмәлгә индерелгән инфраструктура объекттары хаҡында хәбәр итте. Атап әйткәндә, Өфө аэропортында яңы терминал һәм осоу һыҙаты төҙөлөшө, пассажирҙар ағымын сәғәтенә 200 кешенән 800-гә тиклем арттырыу тураһында. Шулай уҡ Өфө — Аэропорт трассаһында бер нисә йәйәүлеләр үткәүеле төҙөлө, Чесноковкалағы юлдар киҫелеше файҙаланыуға тапшырылған. Ҡунаҡнахалар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы.

— Өфөлә ҡунаҡханалар ремонтҡа ябыла, яңы төҙөлгән отелдәрҙе асыу менән бүлмәләр фонды 30 процентҡа артасаҡ, — тип билдәләне Николай Фадеев. — «Башҡортостан» ҡунаҡхана комплексында бүлмәләрҙең майҙандары ҙурайтыла, ә ҡунаҡхананың яңы өлөшөндә тағы ла 100 бүлмә буласаҡ. Ҡунаҡхана тармағы өсөн кадрҙар әҙерләүгә килгәндә, отелдәр персоналды үҙ аллы әҙерләй. Конгресс-холл да төҙөкләндерелә, төп саралар уҙғарыу өсөн залдар әҙерләнә. Өфө амфитеатрын (Конгресс-холл артындағы майҙансыҡ) асыҡ һауала саралар уҙғарыу өсөн әҙерләйҙәр, коммуникациялар: электр һәм интернет өсөн кабель һуҙыла. Бынан тыш, саммиттарға Өфөлә кәрәҙле элемтә бәйләнеше яҡшыртыласаҡ.  Яҡын ваҡыт эсендә ремонттан һуң Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры асыласаҡ.

Мәҙәни һәм экскурсия программаһына ҡағылышлы Офис-төркөмдә урындағы Экскурсоводтар гильдияһы менән эш алып барылыуын хәбәр иттеләр. Оҙаҡ ваҡытҡа юлдарҙы ябыу көтөлмәй. Саммиттарҙың бөтә саралары тиерлек бер районда үтәсәк, шуға күрә был көндәрҙә өфөләр һиҙелерлек ҡыйынлыҡтар кисерергә тейеш түгел. Саммиттар Өфөлә 2015 йылдың 9-10 июлендә уҙасаҡ, 3,5 меңлап ҡунаҡ килеүе көтөлә.