4 декабрь, Йәкшәмбе

26 ноябрь 2014 йыл, 10:44

Инорстан Сипайлово биҫтәһенә троллейбус йөрөйәсәк

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 26 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Екатерина Соколова/. Киләһе йыл Өфөнөң Инорс һәм Сипайлово биҫтәләрен троллейбус линияһы тоташтырасаҡ. Яңы троллейбус маршруттары Сипайлово аша Черниковканан һәм Инорстан ҡала үҙәгенә туранан-тура хәрәкәт ойошторорға мөмкинлек бирәсәк.

— Бөгөнгө көнгә тармаҡ 80 процентҡа төҙөлгән, — тип хәбәр итте журналистарға Өфө Электр транспорты идаралығы генераль директоры Асҡар Фазлыев. — Биш километр оҙонлоҡтағы троллейбус линияһын эшләтеп ебәреү өсөн тағы ла 50 миллион һум самаһы кәрәк.

Сельская Богородская урамы буйлап троллейбустарҙың хәрәкәте өсөн контактлы селтәр электр подстанцияһына тоташтырылған, шулай уҡ бында таяуҙар ҡуйылған һәм электр транспорты хәрәкәтенең линияһы проектланған. Әммә линияның күпмелер ваҡыт хәрәкәтһеҙ тороуы сәбәпле сымдарҙың бер өлөшө урланған.

Асҡар Фазлыевтың әйтеүенсә, ҡалаға кәрәкле троллейбус линияһын сафҡа индереү өсөн саралар табыласаҡ.

Яңы электр транспорты маршруты үҫешеүсән Инорс халҡы өсөн юлда йөрөү ваҡытын ҡыҫҡартырға мөмкинлек бирәсәк. Троллейбустар биҫтәнән, Черниковка аша урау юлды ситләп, Сипайлово аша Менделеев урамына һәм ҡаланың тарихи үҙәгенә тура сыға аласаҡ.