Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Башҡортостандың йәш таланттары фестивалдә республика халыҡтарының йолаларын һәм кәсептәрен тәҡдим итәсәк

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 25 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

«Башҡортостан халыҡтарының йолалары һәм кәсептәре: үткәне, хәҙергеһе һәм киләсәге» республика күргәҙмә-фестивале Өфөлә 3 декабрҙә уҙасаҡ. Республика балалар (үҫмерҙәр) техник ижад үҙәгенә Башҡортостандың 11 ҡалаһынан һәм 23 районынан еңеүселәр һәм призерҙар киләсәк.

Тыуған төйәген һөйөүсе йәш таланттар марафонында айырым коллективтар ҙа, үҫмерҙәр клубтары ла, мәктәптәр ҙә ҡатнаша. Жюриға ағас һәм металды художестволы эшкәртеү буйынса эштәр, столяр-конструктор изделиелары, туҙҙан, кейеҙҙән, талдан, һаламдан эшләнгән әйберҙәр, традицион халыҡ ҡурсағы, милли һәм заманса уйынсаҡтар тәҡдим ителгән.

Күргәҙмәнең бөтә йүнәлештәре буйынса эксперттар республиканың 39 районынан һәм 11 ҡалаһынан 500-ҙән ашыу экспонатты ҡараған.

БР Мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, күргәҙмә менән генә эш сикләнмәйәсәк. Программала шулай уҡ БР атҡаҙанған рәссамдары, иң яҡшы өҫтәмә белем биреү уҡытыусылары менән оҫталыҡ кластары, еңеүсе экспонаттарҙың презентацияһы, бүләкләү бар. Фестиваль Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 43 адресы буйынса иртәнге сәғәт 10-да башлана.

Теги: фестиваль
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть