5 декабрь, Дүшәмбе

26 ноябрь 2014 йыл, 9:56

Өфөлә яңы трамвай линиялары барлыҡҡа киләсәк

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 26 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Екатерина Соколова/. Өфөлә яңы трамвай линиялары һалынасаҡ. Бының хаҡта шишәмбе матбуғат конференцияһында ҡала Электр транспорт идаралығы генераль директоры Асҡар Фазлыев хәбәр итте.

— Яҡын киләсәктә — Дәүләт циркы туҡталышынан алып Ҡала мәҙәниәт йортона тиклем Октябрь проспектын тоташтырыу, — тип һөйләне Асҡар Фазлыев. — Рельстар Рәсәй урамы буйлап һалынасаҡ. Был проектты ғәмәлгә ашырыуға ике йыл самаһы талап ителә. Шуға күрә әлегә ваҡытта был юл участкаһында ғәмәлдәге троллейбус линияһын дауам итәсәкбеҙ.

Шулай уҡ Муниципаль электр транспорты идаралығы «Сәй фабрикаһынан» алып Глумилино биҫтәһенә тиклем участокты трамвай линияһы менән тоташтырырға ниәтләнә.

Электр транспорт тармағын үҫтереүҙең өсөнсө этабы – трамвай юлдарын Сипайлово биҫтәһенә һалыу. Линия Гагарин, Королев, Ватутин, Яңы тау урамдары аша үтәсәк һәм Октябрь проспектында Дәүләт циркы тирәһендә тоташасаҡ.

— Ҡаланың төньяҡ һәм көньяҡ өлөштәрен тулыһынса трамвай линиялары менән тоташтырыу өсөн биш йыл самаһы кәрәк, — тип билдәләне Муниципаль электр транспорты идаралығы генераль директоры.

Трамвай селтәрен киңәйтеүҙән тыш, Муниципаль электр транспорты идаралығы хәрәкәт итеүсе составтың уңайлыҡтарын күтәреүгә лә тотонған. Вагондар махсус мейестәр менән йыһазландырыла, ул пассажирҙарға йылыла йөрөргә мөмкинлек бирә. Водителдәрҙең уңайлығы өсөн ултырғыстарҙы йылытыу системаһы һатып алына. Шулай уҡ яҡын ваҡыт эсендә трамвайҙарҙың артҡы тәҙрәләре янып тороусы өсмөйөштәр менән йыһазландырыласаҡ, улар транспорт туҡтаған саҡта янып-һүнеп торасаҡ. Был автомобиль водителдәренә трамвайҙан сығыусы пассажирҙарға юл биреү бурысы хаҡында иҫкәртәсәк. Бынан тыш, Муниципаль электр транспорты идаралығы ҡыҫҡа замыкание булғанда автоматик рәүештә фидерҙарҙы һүндереү системаһы өҫтөндә эшләй. Ошо сара трамвайҙарҙың янып китмәүен булдырмауға өндәлгән.