Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.75

EUR 63.66

29 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә балалар һәм үҫмерҙәр өсөн «Sin(a)» интеллектуаль антикафе асыласаҡ

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 25 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Йәкшәмбе, 30 ноябрҙә, Өфөнөң Калинин районында Беренсе май урамы, 35 адресы буйынса балалар һәм үҫмерҙәр өсөн яңы ял итеү урыны – «Sin(a)» тигән ғәҙәти булмаған атама менән антикафе асыласаҡ. Баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, бындай йорт типлаштырылған кафе, ресторандарға һәм төнгө клубтарға альтернатива булып торасаҡ – бында тәмәке лә тартмайҙар, алкоголле эсемлектәр ҙә эсмәйҙәр.

Ҡунаҡтар ҡарамағында өҫтәл уйындары, шахматтар һәм шашкалар, спорт уйындары. Бында төрлө конкурстар, ижади, интеллектуаль һәм спорт бәйгеләре, «Мафия» һәм «Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?» уйындары, бейеүҙәр, ҡыҙыҡлы кешеләр менән осрашыуҙар уҙғарыласаҡ, фильмдар, тура эфирҙа спорт уйындары күрһәтеләсәк, оҫталыҡ кластары ойоштороласаҡ. «Sin(a)» антикафеһына килеүселәр өсөн һый-хөрмәт, балалар саралары уҙғарыу, утренниктар һәм тыуған көндәр ойоштороу ҡаралған.

Кафе асыуға арналған байрам көндөҙгө сәғәт өстә башлана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть