6 декабрь, Шишәмбе

25 ноябрь 2014 йыл, 15:31

Баймаҡ районында композитор Хөсәйен Әхмәтовтың 100 йыллығын билдәләнеләр

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 25 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылында атҡаҙанған башҡорт композиторы Хөсәйен Әхмәтовтың 100 йыллығына арналған байрам саралары уҙҙы.

Композиторҙың бәләкәй ватанында ҡунаҡтар мәсеттә булды, унда аят уҡылды. Һуңынан композитор хөрмәтенә стела асылды һәм уға сәскәләр һалдылар. Мәктәптә сарала ҡатнашыусылар Хөсәйен Әхмәтовтың китаптары һәм шәхси әйберҙәре һаҡланған музейҙа булды. Сараның төп өлөшө ауыл клубында уҙҙы. Сарала ҡатнашыусыларҙың сығыштарын Республика халыҡ ижады үҙәге һәм урындағы Мәҙәниәт йорто вәкилдәренең сағыу концерт номерҙары алмаштырҙы. Яҡташтарына рәхмәт һүҙҙәре менән композиторҙың туғандары мөрәжәғәт итте. Юбилей кисәһе сиктәрендә Әхмәтовтың йырҙарын башҡарыусыларҙың гала-концерты үтте, район конкурсына йомғаҡ яһалды, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенән.

темалар: хәтер, юбилей