3 декабрь, Шәмбе

25 ноябрь 2014 йыл, 12:15

Рөстәм Хәмитов «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалын булдырҙы

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 25 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалын булдырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр итә рәсми хоҡуҡи-мәғлүмәт порталы. Был маҡтау билдәһе менән Башҡортостан Республикаһына дан килтергән балаларҙы тәрбиәләгән ата-әсәләр (уллыҡҡа алғандар, опекундар, ҡарап үҫтереүселәр) бүләкләнәсәк. Ул ҡаһарманлыҡ күрһәткән, кеше ғүмерен ҡотҡарыу, законды, хоҡуҡ тәртибен һәм именлекте яҡлау буйынса, хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә батырлыҡ ҡылған йәки ғилми, ижади, спорттағы йә иһә башҡа ижтимағи әһәмиәткә эйә булыусы эшмәкәрләгендәге айырым ҡаҙаныштарға эйә булған балалар, тиелә указда.

Дәүләт наградаһы шулай уҡ өс йәки унан күберәк инвалид бала йә иһә алты һәм унан күберәк етем бала һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалыусы балаларҙы балалыҡҡа алыусыларға тапшырыласаҡ.

«Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалы менән бүләкләгәндә ата-әсәләргә (уллыҡҡа алғандарға, опекундарға, ҡарап үҫтереүселәргә) 100 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата бүләк түләнә.

Айырма билдәһе йылына бер тапҡыр 15 май, Халыҡ-ара ғаилә көнө алдынан тапшырыласаҡ.