4 декабрь, Йәкшәмбе

25 ноябрь 2014 йыл, 11:41

Өфөлә Актерҙар йорто алдында актриса Бәҙәр Йосопова хөрмәтенә бюст ҡуйыласаҡ

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 25 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Республиканың Мәҙәниәт министрлығы билдәле башҡорт актрисаһы Бәҙәр Йосопова бюсына иң яҡшы проектҡа конкурс иғлан итте.

Асыҡ конкурста ҡатнашыуға бөтә профессионал скульпторҙар саҡырыла. Авторҙар 40 сантиметрҙан кәм булмаған бюстың өс яҡлы проект моделен теләһә ҡайһы ваҡытлыса материалда эшләргә тейеш. Аҡ граниттан бюст Пушкин урамы, 94 адресы буйынса Бәҙәр Йосопова исемендәге Актерҙар йорто эргәһендәге биләмәлә ҡуйыласаҡ.

Конкурстың ойоштороусылары: Мәҙәниәт министрлығы, Өфө хакимиәте, Театр эшмәкәрҙәре союзы, БР Рәссамдар союзы.

Конкурста ҡатнашыуға заявкаларҙы, проекттарҙы, аңлатма запискаларын, график материалдарҙы һәм смета-финанс иҫәптәрҙе авторҙарға 2015 йылдың 20 ғинуарынан да ҡалмайынса Рәссамдар союзына (Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 148, 3-сө бүлмә) тапшырырға кәрәк. Телефон: (347) 284-42-47.