Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.12 ↑

EUR 69.76 ↓

21 сентябрь, Кесе йома

Уфа   °

«Бухгалтер-профессионал 2014» республика конкурсы еңеүселәре иғлан ителде

Иҡтисад

ӨФӨ, 2014 йыл, 25 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Өфөлә, «Респект» Хокуҡ компанияһының конференц-залында Федераль ҡаҙналыҡтың Башҡортостан буйынса идаралығы, «Респект» Хокуҡ компанияһы, «Өфө Эшҡыуарҙар союзы» коммерцияһы булмаған уҙаҡташлыҡ, «Аудит-Эксперт» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте аудитор фирмаһы, СКБ «Контур» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең төбәк вәкиллеге ойошторған «Бухгалтер-профессионал 2014» бишенсе асыҡ конкурсты ябыу тантанаһы уҙҙы.

Конкурс жюриһы еңеүселәрҙе иғлан итте. «Һалым һалыу» номинацияһында беренсе урынға Гөлфиә Ғәлиева («Башбакалея» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте) лайыҡ булды. «Бухгалтер иҫәбе» номинацияһында Ольга Белоклокова («Салаватнефтехимремстрой» асыҡ акционерҙар йәмғиәте) еңде. Ул шулай уҡ мөмкин булған 85 балдан 83-те йыйып конкурс Гран-приһын яуланы.

«КонсультантПлюс» хоҡуҡи белешмә системаларында хоҡуҡи мәғлүмәт эҙләү» номинацияһында беренсе урынды Эльвира Сәлимова («Башкирэнерго» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең  «Белорет электр селтәрҙәре» етештереү бүлексәһе) биләне.

«Электрон документ әйләнеше» номинацияһында наградаға Гөлфиә Ғәлиева («Башбакалея» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте), Әлфиә Гәрәева («Коммунпромстрой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте) һәм Венера Янаева (Бүздәк үҙәк район дауаханаһы) лайыҡ булдылар.

Бынан тыш, ойоштороусылар «Отчетлыҡ виртуозы», «Теория менән практиканы оҫта алып барыу», «Үҙ ҡарашыңды ышандырырлыҡ итеп тасуирлау» һәм «Креатив алым» тигән өҫтәмә номинациялар булдырған, уларҙа шулай уҡ еңеүселәр билдәләнде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть