6 декабрь, Шишәмбе

25 ноябрь 2014 йыл, 9:48

Үзбәкстанда Башҡорт мәҙәниәте көндәре уҙҙы

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 25 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Үзбәкстандың баш ҡалаһы Ташкентта Башҡортостан Республикаһы көнөн байрам итеүгә арналған Башҡорт мәҙәниәте көндәре уҙҙы. Республика сәнғәтен Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары – йырсылар, БР халыҡ артистары Римма Амангилдина һәм Вәхит Хызыров, ҡурайсы, БР атҡаҙанған артисы Азат Биксурин, бейеүсе Ильяс Ҡарабулатов күрһәтте. Башҡорт әҙәбиәте вәкилдәренән сарала «Башҡортостан» гәзите журналисы, шағирә Лариса Абдуллина ҡатнашты.

Башҡорт мәҙәниәте көндәре сиктәрендәге концерт Ташкент дәүләт музыка комедияһы (оперетта) театрының Ҙур залында уҙҙы. Сара менән бер рәттән Башҡортостандың биҙәү-ҡулланма сәнғәте һәм милли ашамлыҡтар күргәҙмәләре үтте.

Башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары шулай уҡ «Урал» һәм «Ирәндек» фольклор коллективтары өсөн ҡурайҙа уйнарға һәм бейеү хореографияһына өйрәтеү буйынса оҫталыҡ кластары ойошторҙо.

— Башҡорт мәҙәниәтенә арналған сара Ташкентта йыл һайын уҙа. Һуңғы йылдарҙа Үзбәкстанда йәшәүсе башҡорттар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ, уларҙың һаны 35 меңдән ашыу кеше тәшкил итә. Йәйен артистарыбыҙ һабантуйҙарға сыға, көҙөн Республика көнөнә, — тип хәбәр итте БР Мәҙәниәт министрлығының Төбәк-ара һәм халыҡ-ара мәҙәни хеҙмәттәшлек бүлеге начальнигы Алһыу Сирғәлина.

Сараны ойоштороусылар – Үзбәкстан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Башҡорт мәҙәниәте үҙәге һәм Үзбәкстан башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты.