3 декабрь, Шәмбе

24 ноябрь 2014 йыл, 17:51

Елена Савельева – бокс буйынса донъя чемпионатында бронза призеры

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 24 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Рәсәй йыйылмаһында Башҡортостан вәкиле Елена Савельева Көньяҡ Кореяның Чеджу ҡалаһында барған бокс буйынса донъя чемпионатында бронза яуланы, тип хәбәр итә «РИА Новости». 54 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында сығыш яһаусы Савельева ярым финалда болгар ҡыҙы Станимира Петрованан ҡалыша — 1:2.

Рәсәйҙең икенсе спортсыһы Зинаида Добрынина (57-гә тиклем) ярым финалда итальян ҡатын-ҡыҙы Алессиа Месианоны еңеп алтын өсөн көрәшә. Анастасия Белякова (64-кә тиклем) Көньяҡ Корея вәкиле Сим Хи-Чжонды еңеп шулай уҡ финалға сыҡты.

темалар: бокс