7 декабрь, Шаршамбы

24 ноябрь 2014 йыл, 17:15

Төбәк башлығы: «Балалар баҡсаһы асыу — ул алға бик яҡшы аҙым»

фото: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2014 йыл, 24 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышы буйынса эш сәфәре барышында республика Президенты Үрге Ҡыйғы ауылында 2013 йылда сафҡа индерелгән «Шатлыҡ» 5-се балалар баҡсаһында булды. 1,5 мең квадрат метрлы ике ҡатлы кирбес бина 110 урынға иҫәпләнгән.

Район хакимиәте башлығы Рафиҡ Харисов был балалар баҡсаһын асыу өс йәштән өлкәнерәк балалар өсөн мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына урын алыуға сиратты тулыһынса бөтөрөргә мөмкинлек биреүен билдәләне. Бөгөн ауылда балалар баҡсаһына үҙ сиратын өс йәшкә тиклем 104 сабый ғына көтә.

Рөстәм Хәмитов республикала балалар баҡсаһы менән мәсьәләне хәл итеүҙә ыңғай динамиканы билдәләне. Өҫтәүенә райондың ауыл биләмәләре башлыҡтары менән осрашыу барышында төбәк етәксеһе муниципалитетҡа яҡын ваҡыт эсендә хәл итергә кәрәк буласаҡ проблемаларға иғтибар итте.

— Юлдар, инженер селтәрҙәре кәрәк, Ләүзә мәктәбе насар хәлдә, Түбәнге Ҡыйғылағы клуб авария хәлендә, социаль-мәҙәни үҙәктәр кәрәк. Әммә әлегә был эш үтәлмәгән, — тип айырып әйтте Рәстәм Хәмитов. — Беҙ инеп сыҡҡан балалар баҡсаһы – бик яҡшы, матур, әлбиттә. Был алға бик яҡшы аҙым, район үҙәгендә лә, кәмендә, бөгөнгә был тема ябылды тиергә була.

Салауат районында Башҡортостан Президенты Малаяҙ ауылы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе ҡарамағындағы асыҡ типтағы хоккей аренаһында булды. Уның төҙөлөшө 2011 йылда башлана былтыр декабрҙә тамамлана. Объектты һалыуға сығымдар 14 миллион һум тәшкил иткән.