11 декабрь, Йәкшәмбе

24 ноябрь 2014 йыл, 16:34

Республика етәксеһе Ҡыйғы районы ауыл хужалығы предприятиеларының эше менән танышты

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 24 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. Ҡыйғы районының Йүкәлекүл ауылында Рөстәм Хәмитов эш сәфәре барышында «Әй» ауыл хужалығы етештереү кооперативының һөтсөлөк-тауар фермаһын ҡараны, унда әлеге ваҡытта «500 ферма» программаһы буйынса биналар төҙөкләндерелә.

Ауыл хужалығы етештереү кооперативы рәйесе Азат Нутфуллин районда хужалыҡтың үҫемлекселек, малсылыҡ йүнәлештәрен туплап 2000 йылдан алып эшләүен һөйләне. Ике меңдән ашыу гектарҙа бында иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын үҫтерәләр. Йыл һайын ауыл хужалығы етештереү кооперативы 300 тонна самаһы элиталы орлоҡ етештерә.

Малсылыҡ биналарын реконструкциялауға 31,3 миллион һум тотонолған. Уларҙың «500 ферма» республика маҡсатлы программаһы сиктәрендә 13,9 миллион һумы субсидияланған. Заманса технологиялар индереү һауымды 13 процентҡа арттырға мөмкинлек биргән.

Рөстәм Хәмитов бындай уңышлы хужалыҡтарҙы республика етәкселеге һәр саҡ өҫтөнлөк итәсәген билдәләне.

Башҡортостан Президенты шулай уҡ «Аҡҡош» ҡошсолоҡ хужалығының эше менән танышты. 2010 йылдан алып предприятие ҡаҙ үрсетеү менән шөғөлләнә.

Генераль директор Динар Әхмәтдинов йыл дауамында Силәбе, Свердловск һәм Ҡурған өлкәләренә 95-110 һум уртаса хаҡ менән 135 мең ҡаҙ һатылыуын хәбәр итте. Киләсәктә йомортҡа һала торған тауыҡ үрсетеү һәм тауар йомортҡаһы алыу өсөн ҡорамалдар урынлаштырыу күҙҙаллана.