Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

23 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Төбәк башлығы Өфөнөң Затон биҫтәһендә музыка мәктәбе өсөн яңы бина табырға ҡушты

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 24 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/.

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов граждандарҙы ҡабул иткән саҡта Өфөнөң Затон биҫтәһендә йәшәүсе Ольга Першина ҡыҙы гобой класында шөғөлләнгән, А.Исҡужин исемендәге 9-сы балалар музыка мәктәбе өсөн яңы бина төҙөү мәсьәләһен хәл итеү үтенесе менән мөрәжәғәт итте. Учреждение 1926 йылда төҙөлгән авария хәлендәге ағас бинала урынлашҡан. 40 йыл элек уҡ экспертиза конструкцияларҙың 75 процентҡа иҫкергәнен күрһәткән. Әммә әлегә тиклем бер сара ла ҡабул ителмәгән.

Хәҙер мәктәпте Әхмәтов һәм Летчиктар урамдары киҫелешендәге ике йорт төкөтмәһендә урынлаштырыу варианты ҡарала. Әммә ул ваҡытта балаларға бер корпустан икенсеһенә урам аша сығырға тура киләсәк. Өҫтәүенә яңы биналар, хәҙергеһе кеүек, 300-ҙан ашыу уҡыусыны ҡабул итә алмаясаҡ, ә биҫтәнең ихтыяжы унан да күберәк. Башҡортостан Президенты республика Хөкүмәтенә һәм Өфө мэры Ирек Ялаловҡа Затон балаларын заманса музыка мәктәбе бинаһы менән тәьмин итеү буйынса мәсьәләне хәл итеүҙе тиҙләтергә ҡушты.

— Мәктәп бик насар хәлдә. Мәсьәләне тиҙерәк хәл итергә кәрәк, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть