6 декабрь, Шишәмбе

24 ноябрь 2014 йыл, 11:55

Республика етәксеһе Ҡырмыҫҡалы районында балалар баҡсаһы өсөн бина табырға ҡушты

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 24 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов граждандарҙы ҡабул иткән саҡта Ҡырмыҫҡалы районының Сихонкин ауылындағы «Тирәккәй» балалар баҡсаһы мөдире Анна Матвеева учреждениеның насар торошо тураһында һөйләне. Уның әйтеүенсә, бер ҡатлы бинала санузел юҡ, ҡышын унда бик һыуыҡ, ә яҙын һәм көҙөн – дымлы. Бынан тыш, майҙандың яртыһынан күберәген фельдшер-акушерлыҡ пункты биләй.

Балалар баҡсаһы ни бары 27 балаға иҫәпләнһә лә, унда 48 йөрөй. Сират мәсьәләһен хәл итеү өсөн өҫтәмә төркөм ойошторорға кәрәк, ә бындай бинала уны эшләп булмай.

Өҫтәүенә, учреждениеның эргәһендә ике ҡатлы буш бина тора. 950 квадрат метр самаһы майҙанды балалар баҡсаһы итеп эшләргә мөмкин. Әммә уны йүнәтеү өсөн яҡынса баһалар буйынса 18 миллион һум самаһы талап ителә. Республика башлығы, был хаҡтың арттырып ҡуйылғанлығын билдәләне.

— Үткән көндәрҙә Стәрлебашта булдым. Унда элекке дауахананың шәфҡәт туташы бүлексәһенән 85 балаға баҡса асҡандар. Ни бары 6 миллион һум тотонолған, – тип аҡыллы эш итеү миҫалын килтерҙе Рөстәм Хәмитов.

Рөстәм Хәмитов Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Илдар Тимерғалинға һәм Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙовҡа Сихонкин ауылындағы буш торған бинаны ремонтлау һәм балалар баҡсаһында өҫтәмә төркөм булдырыу мәсьәләһен хәл итергә ҡушты.