Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 66.08 ↑

27 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Ҡырмыҫҡалы районында емеш-еләк питомнигын тергеҙеү күҙаллана

Иҡтисад

ӨФӨ, 2014 йыл, 24 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/.

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов граждандарҙы ҡабул иткән саҡта Ҡырмыҫҡалы районында тыуған, хәҙер Өфөлә йәшәүсе Сергей Заруцкий республика башлығына Боҙаяҙ емеш-еләк питомнигындағы хәлде һөйләне. Алма, ҡурай еләге, сейә, крыжовник һәм башҡа культуралар үҫкән, ҡасандыр сәскә атыусы хужалыҡ һуңғы йылдарҙа ташландыҡ хәлгә килгән һәм эшләмәй тиерлек.

2008 йылда «Башинком» ғилми-файҙаланыуға индереү предприятиеһы уның нигеҙендә «Ҡояшлы Боҙаяҙ» экологик емеш-еләк совхозын ойоштора. Әммә питомникты тергеҙергә маташып ҡарауҙар булмай тиерлек. Белдереүсенең әйтеүенсә, булған ҡорамалдар сығарыла, үҫемлектәр ҡаралмай.

— Бөгөн санкциялар хаҡында һөйләйбеҙ, шуға күрә йәшелсә-емеш беҙгә кәрәк. Бына бит – Өфө эргәһендә генә. Яҡшы проект. Әгәр яҡшы кеше тотоноп эшләһә, емеш-еләк тә, алма иҙмәһе, ҡайнатма ла эшләргә булыр ине, – тип билдәләне республика етәксеһе.

Рөстәм Хәмитов Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Илдар Тимерғалинға һәм Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙовҡа хәлде асыҡларға һәм питомниктың ғәҙәти эшмәкәрлеген тергеҙеү буйынса тәҡдимдәр индерергә ҡушты.

— Әгәр ҡуртымсы насар икән, уны ҡыуырға кәрәк. Бәлки хужалыҡты тергеҙергә теләүсе барҙыр, – тип айырып әйтте Башҡортостан Президенты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть