5 декабрь, Дүшәмбе

24 ноябрь 2014 йыл, 9:59

Рөстәм Хәмитов Бөрйән районының Байназар ауылындағы дауахананы һаҡлап ҡалырға ҡушты

фото: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2014 йыл, 24 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 21 ноябрҙә Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президентының Башҡортостан Республикаһындағы ҡабул итеү бүлмәһендә граждандарҙы ҡабул итте. Сәғәт ярымлыҡ аралашыу барышында республика етәксеһенә бер нисә ҡала һәм район халҡы мөрәжәғәт итте.

Хаҡлы ялда булыусы Нәсимә Наурыҙбаева Башҡортостан Президентына бөтә Байназар ауылы һәм күрше ауыл биләмәләре халҡы исеменән Байназар шәфҡәт туташы тәрбиәһе дауаханаһын япмау һәм уның артабанғы эшләүенә булышлыҡ итеү үтенесе менән мөрәжәғәт итте.

Белдереүсенең әйтеүенсә, 13 ауылды хеҙмәтләндереүсе дауахананың 2015 йылдың 1 ғинуарынан алып ябылыуы тураһында уларға мәғлүмәт еткән. Алдан Ырғыҙлы һәм Асҡар бүлексәләре ябылды, улар урынына фельдшер-акушерлыҡ пункттары ҡалды. Үҙгәртеп ҡороуҙан һуң районда тик бер дауахана район үҙәгендә ҡаласаҡ. Ауылдар бер-береһенән алыҫ урынлашҡан, шуға күрә район үҙәгенә тиклем барып етер өсөн бер яҡҡа ике сәғәт ваҡыт сарыф итергә тура киләсәк.

Бөгөн Байназар дауаханаһы алты мең кешене хеҙмәтләндерә, уларҙың 2300 – балалар. Бынан тыш, ул автомобиль трассаһында урынлашҡан, шуға күрә туристарға һәм юл-транспорт һәләкәтенә осраған кешеләргә ярҙам итә.

— Хатығыҙҙы алдым. Унда 150 самаһы ҡултамға. Һаулыҡ һәм дауаханалар эшенә яуаплы вице-премьер Салауат Сәғитовҡа был мәсьәләне хәл итергә ҡуштым. Шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау министры Бакиров Әнүәр Әкрәм улына ла нисек тә булһа дауаханабыҙҙы һаҡлап ҡалырға йөкләмә бирҙем, – тине Рөстәм Хәмитов.

Республика башлығы шулай уҡ райондың социаль үҫеше менән ҡыҙыҡһынды һәм әлеге ваҡытта район үҙәгендә интернат төҙөлөүен, ә 2016 йылда яңы мәктәп һалына башлаясағын хәбәр итте.

Ҡабул итеү һөҙөмтәләре буйынса республика министрлыҡтарына һәм ведомстволарына тейешле йөкләмәләр бирелде.