Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Ял көндәрендә Өфөлә һыуытасаҡ һәм буран буласаҡ

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 21 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Башҡортостан Гидрометеорология хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 22-23 ноябрҙә Өфө территорияһы буйлап һыуыҡ атмосфера фронты уҙасаҡ. Ҡар яуыуы һәм елдең секундына 15-17 метрға тиклем көсәйеүендә төрлө көсөргәнешлелектә буран булыуы көтөлә. Синоптиктар һауа торошоноң боҙолоуын күҙаллай: юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы, ҡар һалыуы, күренеүсәнлектең насарайыуы ихтимал. Һыуыҡ фронт һауа температураһының минус 15-20, ҡала ситендә 23 градусҡа тиклем кинәт түбәнәйеүенә килтерәсәк.

«Ҡалала йәшәүселәрҙе һәм ҡунаҡтарҙы йылытыу ҡорамалдары менән ҡулланғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәргә, электр селтәрҙәрен артыҡ йөкләмәҫкә саҡырабыҙ. Автоһәүәҫкәрҙәргә  ҡала ситенә сығыуҙан туҡталып торорға һәм тиҙлек режимын үтәргә кәңәш ителә», — тип мөрәжәғәт итә граждандарға Өфөнөң «112-се Ҡотҡарыу хеҙмәте».

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть