Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.07 ↓

EUR 60.84 ↓

25 апрель, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә яңы автобус маршруты барлыҡҡа килде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 21 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Екатерина Соколова/.

Өфөлә «4-се бала табыу йорто — Дим — «Миловка паркы» тигән 254-се автобус маршруты барлыҡҡа килде. Әлегә автобустар һуңғы туҡталыш булған, Романовка һәм Мармылев ауылдарына тиклем генә бара. Баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, «Миловка паркы» торлаҡ комплексы төҙөлөп бөткәс автобустарҙың хәрәкәте яңы биҫтәгә тиклем оҙайтыласаҡ.

Яңы маршрут буйынса 13 урынлыҡ «ГАЗелдәр» йөрөй. «Миловка паркы»на кешеләр күскәндән һуң был йүнәлеш буйынса ҙурыраҡ автобустар ебәреләсәк.

254-се маршрут буйынса хәрәкәт 6 сәғәт 40 минутта башлана, 21 сәғәттә тамамлана. Автобустар 20 минутлыҡ ара менән йөрөй.

Теги: транспорт
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть