Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.08 ↓

EUR 67.29 ↑

17 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

РФ Энергетика министрлығы Өфөнө 2028 йылға тиклем йылылыҡ менән тәьмин итеү схемаһын раҫланы

Иҡтисад

ӨФӨ, 2014 йыл, 21 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалия Вәлиева/.

РФ Энергетика министрлығы Өфөнө йылылыҡ менән тәьмин итеү схемаһын раҫланы, тип хәбәр итә ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Схемала йылылыҡ системаһының һөҙөмтәле һәм хәүефһеҙ эшләүен, энергияны һаҡсыл тотоноу һәм энергия һөҙөмтәлелеген арттырыу өлкәһендә хоҡуҡи көйләүҙе иҫәпкә алып уның үҫешен нигеҙләү буйынса проект алды материалдары бар.  

Йылылыҡ менән тәьмин итеү схемаһы 2028 йылға тиклемге перспективаны иҫәпкә алып, Өфөнөң территориаль планлаштырыу документтары нигеҙендә әҙерләнә. Документ алдағы 15 йылға ҡаланың йылылыҡ тәьминәтен, йылылыҡ селтәрен һәм сығанаҡтарын үҫтереү стратегияһын, хаҡ сәйәсәтен һәм йылылыҡ энергияһына тарифтарҙы раҫлау процесын билдәләй.

Ҡаланың раҫланған йылылыҡ тәьминәте схемаһы 15 көн дауамында тулы күләмдә Өфө хакимиәтенең рәсми сайтында урынлаштырыласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть