7 декабрь, Шаршамбы

21 ноябрь 2014 йыл, 15:47

Башҡортостандың идара итеүсе компаниялары етәкселәре һөнәри яраҡлылыҡҡа имтихан тапшырасаҡ

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 21 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалия Вәлиева/. Лицензиялауға дәғүә итеүсе идара итеүсе компаниялар етәкселәре өсөн лицензия комиссиялары булдырыу һәм имтихандар графигы төҙөү 1 декабргә тиклем тамамланырға тейеш. Бының хаҡта РФ төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Михаил Мень Рәсәйҙең дәүләт торлаҡ инспекторҙары менән кәңәшмәлә белдерҙе.

Март уртаһына тиклем бөтә идара итеүсе компаниялар башлыҡтары һөнәри яраҡлылыҡҡа имтихан тапшырырға тейеш буласаҡ. Әммә торлаҡ ҡануниәтен белеүгә квалификация имтиханын иң тәүҙә дәүләт торлаҡ инспекторҙары тапшырасаҡ – улар өсөн ул Мәскәүҙә 21 ноябрҙә үтә. Был имтихан идара итеүсе компанияларҙы лицензиялау буйынса кампанияның башланғысы буласаҡ.

Ике сәғәт дауамында дәүләт торлаҡ инспекторҙарына 100 һорауға яуап бирергә кәрәк. Артабан һәр имтиханды тапшырыусы менән Рәсәй төҙөлөш министры урынбаҫары, баш дәүләт торлаҡ инспекторы Андрей Чибис әңгәмә үткәрәсәк. Төбәк торлаҡ инспекторҙарына граждандарға капиталь ремонттан һуң йорттарҙы ҡабул итергә һәм, 2015 йылдың 1 майына тулыһынса тамамланырға тейеш, идара итеүсе компанияларға лицензиялауҙа ҡатнашырға ярҙам итергә кәрәк буласаҡ.

— 1 апрелгә тиклем бөтә идара итеүсе компаниялар лицензия алыуға заявка бирергә тейеш, юғиһә уларҙың йорттары менән идара итеү муниципалитеттар тарафынан һатыуға ҡуйыласаҡ, —тип билдәләне Михаил Мень.

Идара итеүсе компанияларҙы лицензиялау тураһындағы федераль законға 2014 йылдың илендә ҡул ҡуйылған. Хәҙер күп фатирлы йорттар менән идара итеү баҙарында лицензиялары булған идара итеүсе компаниялар, ә етәксеһе квалификация аттестатына эйә булғандары ғына ҡатнашырға хоҡуҡлы.