5 декабрь, Дүшәмбе

21 ноябрь 2014 йыл, 14:56

Рәсәйҙә тәрбиәләүҙе үҫтереү стратегияһы илдең күп милләтлелеген һәм күп конфессиялылығын иҫәпкә алырға тейеш – Лилиә Ғүмәрова

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 21 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостандан сенатор Лилиә Ғүмәрова Рәсәй Федерацияһында Тәрбиәләүҙе үҫтереү стратегияһы проектына тәҡдимдәр индерҙе. Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова Рәсәй Федерацияһында Тәрбиәләүҙе үҫтереү стратегияһын әҙерләү буйынса комиссияһының сираттағы ултырышында үҙ инициативаларын белдерҙе, тип хәбәр итте сенатор ярҙамсыһы.

Стратегия Рәсәй дәүләтенең күп милләтлелеген һәм күп конфессиялылығын иҫәпкә алырға тейеш тип иҫәпләй сенатор. Шуның менән бәйле Лилиә Ғүмәрова шәхесте үҫтереү буйынса дәүләт сәйәсәте өҫтөнлөктәрендә, бөйөк рус теле һәм әҙәбиәтен өйрәнеү менән бер рәттән, күп милләтле Рәсәй халҡының туған телдәрен, тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеү өсөн шарттар булдырыуҙы нығытырға тәҡдим итте.

Бынан тыш, республиканан сенатор тиҙ рәнйей торған балалар категорияһына (инвалид, етем балалар) ҡағылған хәлде аныҡларға тәҡдим итте.

— Мөмкинлектәре сикләнгән һәм ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға һәм өлкәндәргә ҡарата йәмғиәттә толерантлы һәм иғтибарлы мөнәсәбәт тәрбиәләргә кәрәк, — тип айырып әйтте сенатор.

Ултырышта ҡатнашыусылар ғаилә институтын артабан үҫтереүгә йүнәлтелгән тәҡдимде хупланы. Сенаторҙың фекеренсә, ғаилә — ул йәмғиәтте тәрбиәләүҙең төп институты. Яуаплы ата-әсәлекте пропагандалау был процеста төп бурыстарҙың береһенә әйләнергә тейеш.

— Ғаиләлә йәшәү, балалар тәрбиәләү – ул бик модалы булыу тураһындағы идеяны таратырға тейешбеҙ, — тип билдәләне Лилиә Ғүмәрова.

Шул уҡ ваҡытта сенатор был процесҡа ата-әсәләр, уҡытыусылар берләшмәләрен, йәмәғәт ойошмаларын йәлеп итеп Стратегия проектын йәмғиәттә мотлаҡ киң тикшерергә кәрәк тип иҫәпләй.