10 декабрь, Шәмбе

21 ноябрь 2014 йыл, 11:31

Башҡортостанда сәнәғәт производствоһы ғинуар-октябрҙә 3,4 процентҡа, РФ буйынса 1,7 процентҡа үҫкән

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2014 йыл, 21 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Республикала Сәнәғәт производствоһы индексы ғинуар-октябрь һөҙөмтәләре буйынса 2013 йылдың ошо уҡ осороноң кимәленә ҡарата 103,4 процент кимәлендә урынлашҡан (дөйөм алғанда РФ буйынса – 101,7), тип хәбәр итә Башҡортостанстат. Атап әйткәндә, файҙалы ҡаҙылма байлыҡтар сығарыуҙа сәнәғәт производствоһы индексы 103,7 процент, эшкәртеү производстволарында – 103,4, электр энергияһы, газ һәм һыу етештереүҙә һәм бүлеүҙә 102,8 процент тәшкил иткән.

Республикала октябрҙә сәнәғәт производствоһы индексы – 2013 йылдың октябренә ҡарата 104,5 процент һәм 2014-сенең сентябренә – 106,4 процент.

Йыл башынан алып етештереү күләменең үҫеше химия сәнәғәтендә (2013 йылдың ғинуар-октябренә ҡарата 111,2 процент), машина (110,9), транспорт саралары һәм ҡорамалдар (108,1), электр ҡорамалдары (106,4) етештереүҙә, ағас эшкәртеүҙә (104,8) һәм аҙыҡ-түлек (102,2), нефть продукттары (101,8) етештереүҙә.

Целлюлоза-ҡағыҙ (2013 йылдың ғинуар-октябренә ҡарата 37,9 процентҡа), текстиль һәм тегеү (9,3-кә) производствоһында, металлургияла (5,4-кә), резина һәм пластмасс изделиелар (11,3-кә), күн һәм аяҡ-кейем (8,4-кә), башҡа металл булмаған минерал продукттар (0,1-гә) етештереүҙә түбәнәйеү билдәләнгән.