Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 69.65 ↑

18 август, Йома

Уфа   °

Ҡурған өлкәһе башҡорттары милли йолаларҙы һаҡлай

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 21 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

Өфөлә Ҡурған башҡорттары мәҙәниәте көндәре сиктәрендә «Ҡурған башҡорттары: тарих, хәҙерге заман һәм үҫеш перспективалары» тигән түңәрәк өҫтәл үтте. Форум эшендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары, республиканың йәмәғәтселек һәм дәүләт органдары вәкилдәре ҡатнашты.

«Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» башҡарма комитеты рәйесе Румил Аҙнабаев үҙ сығышында билдәләүенсә, милли йолаларҙы һәм мәҙәниәтте һаҡлап ҡалыу беҙҙең республика өсөн бик мөһим. Уның әйтеүенсә, уҙғарылған Мәҙәниәт көндәренә юғары ҡыҙыҡһыныу бындай осрашыуҙарҙың кимәлен күрһәтә. Бөгөн Ҡурған өлкәһе һәм Башҡортостан дәүләт һәм муниципаль органдары тарафынан мәҙәниәтте, телде, башҡорт халҡының йолаларын һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү буйынса байтаҡ эштәр башҡарыла.

Төбәктәр араһында сауҙа-иҡтисади өлкәлә, мәҙәниәт, мәғариф һәм фән тармаҡтарында тығыҙ эшмәкәрлек алып барыла. Башҡортостан һәм Ҡурған өлкәһе араһында ғәмәлдәге булған Килешеүҙе тормошҡа ашырыу сиктәрендә республиканың художество үҙешмәкәрлек коллективтары дуҫ булған төбәккә гастролдәр менән сыға, фестивалдәрҙә, конкурстарҙа һәм башҡа сараларҙа ҡатнаша. Йыл һайын һабантуйҙар, Башҡорт мәҙәниәте көндәре, конференциялар уҙғарыла.

Ҡурған өлкәһенең Сафакүл районы башлығы Рәшит Хайрнасов, ҡабул ителгән бөтә сараларға ҡарамаҫтан, өлкәлә башҡорттарҙың һаны кәмей – йәшәүселәр илдең төньяҡ төбәктәренә күсеп китә, тип өҫтәне. Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар шулай уҡ Ҡурған өлкәһе ҡалаларында һәм райондарында туған башҡорт телен, милли йолаларҙы һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү буйынса эштәрҙең етерлек кимәлдә алып барылмауын билдәләне.

Килеп тыуған хәлгә фекер алышып, йыйылғандар туғандаш өлкә райондары өҫтөндә республика райондары һәм ҡалаларының шефлыҡ итеүен яңынан тергеҙергә тәҡдим индерҙе. БР Мәғарифты үҫтереү институтына Ҡурған өлкәһе мәктәптәрендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының оҫталыҡ кластарын ойошторорға кәңәш ителде. Шулай уҡ өлкәләге туған тел уҡытыусыларына әҙерлек һәм ҡайтанан әҙерлек уҙғарырға тәҡдим иттеләр.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть