4 декабрь, Йәкшәмбе

21 ноябрь 2014 йыл, 9:57

Константин Толкачев Федерация Советында ултырыш уҙғарҙы

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 21 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Рәсәй Федерацияһы Закондар сығарыусылар Советының Закондар сығарыу тәьминәте һәм коррупцияға ҡаршы көрәш мәсьәләләре буйынса комиссияһының ултырышын уҙғарҙы. Ултырыш Мәскәүҙә Федерация Советында үтте. Коррупцияға ҡаршы һәм миграция өлкәһендәге ҡануниәтте камиллаштырыуға йүнәлтелгән саралар тураһында мәсьәләләр ҡаралды.

Ульяновск өлкәһе Закондар сығарыу Йыйылышы Рәйесе Анатолий Бакаев Коррупцияға ҡаршы эш итеү буйынса тулы хоҡуҡлы институт эше өлөшөндә үҙ төбәгенең үҙенсәлекле тәжрибәһе хаҡында һөйләне. Комиссия ағзалары ыңғай эш тәжрибәһен Рәсәй төбәктәрендә таратыу кәңәштәрен ҡабул итте һәм был институттың ҡануни нығыныу мөмкинлеген ҡараны.

Миграция процестарын ҡануни көйләү ултырыштың тағы ла бер мәсьәләһе булды. Төп доклад менән Хакасия Республикаһы Юғары Советы Рәйесе Владимир Штыгашев сығыш яһаны. Ул хеҙмәт миграцияһына квота бүлеү менән бәйле килеп тыуған проблемалар тураһында хәбәр итте. Был өлкәләге ҡануниәтте Миграция кодексын әҙерләү һәм ҡабул итеү юлы менән системалаштырыу тәҡдим ителде.

Шулай уҡ 2015 йылға Комиссияның эш планы тикшерелде.

Константин Толкачев Рәсәй Федерацияһы Закондар сығарыусылар Советының Закондар сығарыу тәьминәте һәм коррупцияға ҡаршы көрәш мәсьәләләре буйынса комиссияһын 2013 йылдан алып етәкләй. Комиссия составына Дәүләт Думаһының Именлек һәм коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса комитеты рәйесе Виктор Озеров, Федерация Советының Оборона һәм хәүефһеҙлек буйынса комитеты рәйесе Ирина Яровая, шулай уҡ РФ һигеҙ субъекты парламенттарының етәкселәре инә.