10 декабрь, Шәмбе

20 ноябрь 2014 йыл, 16:05

«Урал батыр» башҡорт эпосы әзербайжан теленә тәржемә ителгән

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 20 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Нефтекамала йәшәүсе эшҡыуар Аладдин Самедов «Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосын әзербайжан теленә тәржемә иткән. Бының хаҡта «Башҡортостан» гәзите журналисы Лариса Абдуллина хәбәр итә.

— «Урал батыр» мине тәүге һөйләмдән уҡ хайран ҡалдырҙы. Унда, изге китаптарҙағы кеүек, хикәйәләү быуаттар төпкөлөнән башлана, алыҫ боронғонлоҡҡа барып тоташа. Башҡорт эпосының юлдары ғәжәпләндерҙе һәм мин уны ентеклеп өйрәнә башланым. Был әҫәр – башҡорт милләтенең рухи мираҫы ғына түгел, ә бөтә кешелектең намыҫы, фәлсәфәһе, төп ҡануны, шәфҡәт өлгөһө. «Урал батыр» йәшәү мәғәнәһен һәм изгелек эшләүҙең кәрәклеген асты. Ошо иҫ китмәле китап тураһында минең халҡым да белергә тейеш, — тип иҫәпләй Аладдин Самедов.

Әлеге ваҡытта Нефтекама нәшриәттәренең береһендә китаптың сигнал экземпляры баҫылған. Аладдин Самедов шиғри тәржемә өҫтөндә эшләүен дауам итә. Ул майҙа Өфөлә, республиканың башҡа ҡалаларында һәм уның сиктәрендә уҙған «Урал батыр» флешмобында, «Башҡорт телен өйрәнәм» телевизион проектында ҡатнашты.

2015 йылда, Әҙәбиәт йылында, тәржемә авторы «Урал батыр» эпосын әзербайжан телендә күберәк данала баҫырға ниәтләнә.

темалар: башҡорт эпосы