Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан буйынса Баш федераль инспектор һәм Рәсәйҙең Юғары мөфтөйө хеҙмәттәшлек юлдарын билдәләнеләр

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 20 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш федераль инспектор Андрей Чечеватов РФ мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин менән эшлекле осрашыу уҙғарҙы. Һөйләшеү Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының тарихи резеденцияһында үтте, унда инспектор танышыу визиты менән барҙы.

Әңгәмәләшеү барышында Рәсәй мосолмандар мөхитендә йәмғиәттең рухи-әҡлаҡи яңырыуы, экстремизм менән көрәшеү өлкәһендәге артабанғы хеҙмәттәшлек менән бәйле киң мәсьәләләр теҙмәһе тикшерелде.

Тәлғәт Тажетдин баш федераль инспекторға традицион Рәсәй исламы һәм православиеның яҡынлығы, Башҡортостанда йәшәүсе төрлө дини конфессия вәкилдәренең боронғо дуҫлығы, ваххабизм һәм башҡа ислам экстремизмы төрҙәренең республикаға инеүенә юл ҡуймау буйынса Мосолмандар Үҙәк диниә назаратының алып барған эшмәкәрлеге тураһында һөйләне. Шулай уҡ һүҙ Ватандың рухи көсөн ҡайтарыу һәм уның иҡтисади ҡеүәте хаҡында барҙы.

Андрей Чечеватов Юғары мөфтөйгә йөкмәткеле әңгәмә өсөн рәхмәт әйтте һәм быға оҡшаш осрашыуҙарҙың даими буласағына ышаныс белдерҙе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть