9 декабрь, Йома

20 ноябрь 2014 йыл, 14:27

Өфө үҙәгендә баш ҡала шыршыһын ҡуйҙылар

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2014 йыл, 20 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Ошо көндәрҙә Өфөлә баш ҡаланың төп яңы йыл шыршыһын ҡуйҙылар. Ул Благовещен районынан килтерелгән һәм үҙенең почетлы урынын Ленин исемендәге үҙәк ҡала майҙанында биләне. Йәшел урман һылыуҡайының бейеклеге 30 метр тәшкил итә. Уны декабрҙә биҙәйәсәктәр, ә эргәһендә боҙ ҡаласығы, һырғалаҡ һәм шыуғалаҡтар барлыҡҡа киләсәк.

Ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә аңлатыуҙарынса, ғәҙәттәгесә Өфөлә яңы йылда күмәкләп күңел асыу өсөн ике төп майҙансыҡ әҙерләнәсәк: Ленин исемендәге майҙанда үҙәк баш ҡала шыршыһы һәм Конгресс-холл алдындағы майҙанда, унда Яңы йылдың төп биҙәге был аҙна һуңына тиклем ҡуйыласаҡ.