8 декабрь, Кесе йома

20 ноябрь 2014 йыл, 12:24

Санкциялар – ул үҙебеҙҙең аҙыҡ-түлекте етештереүгә сығыу мөмкинлеге – республика Президенты

фото: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2014 йыл, 20 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Стәрлебаш ауылында Рөстәм Хәмитов ауыл биләмәләре башлыҡтары, район Советы депутаттары һәм активы менән осрашыу уҙғарҙы, унда муниципалитеттарҙы социаль-иҡтисади үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде. Башҡортостан Президенты һаулыҡ һаҡлау, балалар үлеме, мәғариф проблемаларына, енәйәтселекте һәм ғаиләләр тарҡалыуын иҫкәртеүгә күберәк иғтибар бүлергә саҡырҙы.

— Һуңғы 3-4 йылда балалар баҡсаһы темаһын хәл итеүгә сыҡтыҡ тиерлек. Әле генә ҡараған 120 урынлыҡ яңы балалар баҡсаһы төҙөлөп бөтөп килә. Был балалар баҡсаһын сафҡа индереү менән проблема район үҙәгендә 3-7 йәштәге кескәйҙәр өсөн ябыласаҡ. Район буйынса бындай ихтыяждың ҡалыуы аңлашыла, әммә район үҙәгендә ул бөтәсәк, — тине Рөстәм Хәмитов.

Республика Башлығы шулай уҡ һуңғы ике-өс йылда ауыл хужалығын техника, ҡорамалдар менән тәьмин итеп, яңы программалар булдырып хәлде яҡшыртып булыуын билдәләне.

— Һуңғы өс йылда республикала 12 мең самаһы берәмек техника һатып алынған. Былтыр, быйыл комбайндарҙы, тракторҙарҙы яңыртыу яҡшы темптар менән бара, фермерҙар, ауыл хужалығы етештереүселәре һатып ала. Техниканы һатып алыуҙы субсидиялау ҡарашынан был программаларҙы артабан да финанслауҙы гарантиялайбыҙ. Һандарҙы әйтеп киттем – 3,5 мең комбайныбыҙ бар, беҙгә кәмендә биш мең кәрәк, ул саҡта беҙ һеҙҙең менән тиҙерәк йыясаҡбыҙ, юғалтыуҙар аҙыраҡ, ә уңыш юғарыраҡ буласаҡ, — тип айырып әйтте Башҡортостан Президенты.

Төбәк Башлығы санкциялар менән бәйле мәсьәләләрҙе лә ҡуҙғатты.

— Беҙҙең өсөн ул үҙебеҙҙең аҙыҡ-түлекте етештереүгә сығыу мөмкинлеге. Беҙҙә ананас, мандариндарҙың булмауы һәм буламаясағы аңлашыла. Әммә һөт, ит, сырҙар, йәшелсәселек, емеш, баҡса культураларын мотлаҡ ҡарарға кәрәк. Был ҡатлам беҙҙеке булырға тейеш, — тине Рөстәм Хәмитов.

Социаль мәсьәләләргә күсеп, республика Башлығы техника алыу буйынса программаның ғәмәлгә ашырыла башлауы тураһында һөйләне.

— Ауыл биләмәләрен төҙөкләндереү менән шөғөлләнеү өсөн тракторҙар ҙа, тағылмалар ҙа, ҡыйыҡ ҡорамалдары ла ала башланыҡ. Тимәк, был үҙ ауыл биләмәләрегеҙҙе матурайтыу өсөн субсидиялар формаһында һеҙ аласаҡ 500 мең, өҫтәүенә техника. Әҙерәк байыһаҡ, аҡса күберәк бирербеҙ. Әкренләп үҫешәсәкбеҙ, был программаны туҡтатмайбыҙ. Рәсәй Федерацияһында ауыл биләмәләренә ярҙам күрһәтеү өлөшөндә, моғайын, беҙ генә бындай программа алып барабыҙ, — тип билдәләне Башҡортостан Президенты.

Демография хаҡында һөйләгәндә, Рөстәм Хәмитов, йәмғиәттә ул интеграцияланған дөйөм уңышлыҡ күрһәткесе, тип айырып әйтте. Стәрлебаш районында тыуым уҙған йыл менән сағыштырмаса артҡан. Әммә район халҡының иҫәбе аҙ – 19,5 мең тирәһе.

Сығыштың тулы стенограммаһы БР Президентының рәсми сайтында бирелгән.

темалар: бр президенты