Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

20 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Баҡый һөт-тауар фермаһының реконструкцияһын баһаланы

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 20 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

Республика Президенты Рөстәм Хәмитов Стәрлебаш районына эш сәфәре барышында «500 ферма» республика маҡсатлы программаһында ҡатнашыусы, «Правда» агрофирмаһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Баҡый һөт-тауар фермаһында булды, тип хәбәр итә Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте.

Ауыл хужалығы предприятиеһы етәксеһе Эдуард Аветисян ошо программа ярҙамында һөт блогы һәм йәйге лагерҙың төҙөкләндерелеүен, һөт һауыу буйынса яңы заманса ҡорамал ҡуйылыуын һөйләне. Быйыл ике быҙау аҙбарында капиталь ремонт эшләнгән, 180 башлыҡ һыйыр һарайы өсөн бина төҙөлә башланған. Малсылыҡ бинаһы 2014 йылдың аҙағына тиклем сафҡа индерелергә тейеш.

2015 йылда оҡшаш проект буйынса 180 баш һыйыр өсөн тағы ла бер аҙбар һалыу планлаштырылған, шулай уҡ йәшелсә культуралары үҫтереү өсөн ябыҡ теплица төҙөү.

Рөстәм Хәмитов башҡарылған эште юғары баһаланы һәм хөкүмәт кимәлендә проектҡа булышлыҡ итергә вәғәҙәләне.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть