10 декабрь, Шәмбе

20 ноябрь 2014 йыл, 10:45

Башҡортостан Президенты Стәрлебаш районының бер нисә социаль объекты менән танышты

фото: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2014 йыл, 20 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов, Стәрлебаш районында эш сәфәрендә булып, 2006 йылда файҙаланыуға тапшырылған «Стәрле» спорт-сәләмәтләндереү комплексын ҡараны. Башҡортостан Президенты 25 метрлыҡ йөҙөү бассейнын, күнекмә һәм фитнес-залдарын, шулай уҡ шахмат секцияһын ҡараны, йәш спортсылар менән аралашты.

Спорт комплексына 450-нән ашыу бала йөрөй, улар волейбол, баскетбол, йөҙөү, милли «көрәш», шахматтар, хоккей, мини-футбол, саңғы ярыштары кеүек спорт төрҙәре буйынса секцияларҙа шөғөлләнә. Балалар менән 11 тренер-уҡытыусы эшләй.

Республика Президентының һорауҙарына яуап биреп, «Стәрле» спорт-сәләмәтләндереү комплексы директоры Илнур Исламоратов түләүле хеҙмәттәрҙең комплексты тотоуға тотонолған сығымдарҙың яртыһын да ҡапламауын һөйләне.

Башҡортостан Башлығы Мәҡсүт ауылында 3-сө балалар баҡсаһында булды. Ул ташландыҡ бинанан үҙгәртелеп ҡоролған һәм 2014 йылдың башында файҙаланыуға тапшырылған. 85 урынлыҡ объекттың смета хаҡы 5,1 миллион һум тәшкил иткән.

Балалар баҡсаһы мөдире Зәкиә Сәфәрғәлиева республика Президентына балалар учреждениеһының эше тураһында һөйләне. Балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр башҡорт һәм инглиз телдәрен өйрәнә, үҙ күнекмә залында шөғөлләнә, ижади һәләттәрен үҫтерә.

Рөстәм Хәмитов төҙөлөп бөтмәгән йәки ташландыҡ объекттарҙы үҙгәртеп-ҡороу юлы менән мәктәпкәсә учреждениелар төҙөү тәжрибәһен хуплауын билдәләне. Ул бюджет сараларын тотанаҡлы файҙаланырға ғына түгел, ә балалар баҡсаһына сират проблемаһын оператив хәл итергә лә мөмкинлек бирә.