Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98

EUR 62.04

30 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республика Башлығы Стәрлебашта балалар баҡсаһы төҙөлөшөн тикшерҙе

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 20 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

Стәрлебаш районы буйлап эш сәфәрендә йөрөгәндә, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 120 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлөшөнөң барышын тикшерҙе. Мәктәпкәсә учреждение Стәрлебаш ауылында һалына. Объектҡа заказ биреүсе – Башҡортостан Республикаһының Капиталь төҙөлөш идаралығы. Балалар баҡсаһы 2013 йылдың ноябрендә төҙөлә башланған. Әлеге ваҡытта объекттың әҙерлеге – 95 процент, тип хәбәр итә төбәк Башлығының матбуғат хеҙмәте.

БР Капиталь төҙөлөш идаралығы начальнигы Хәлим Шәйбәков, дәүләт менән килешеү буйынса төҙөлөш-монтаж эштәренең хаҡы 64 миллион һум тәшкил итте, тип хәбәр итә. Бер бала урыны 534 мең һумға барып баҫҡан. Уның әйтеүенсә, объектта бөтә ебәреү-көйләү эштәрен ноябрҙә тамамлау күҙаллана. Балалар баҡсаһы төҙөлә башлаған биҫтәнең мөһим өлөшөнә әйләнәсәк.

Стәрлебаш районы хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаров артабан мәктәп һәм балалар баҡсаһын бер бинала берләштерергә планлаштырылыуын һөйләне. Рөстәм Хәмитов был фекерҙе хупланы, айырыуса 2016 йылдан алып Башҡортостанда мәктәптәр төҙөү буйынса масштаблы республика программаһының башланыуы күҙлегенән сығып ҡарағанда.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть