5 декабрь, Дүшәмбе

19 ноябрь 2014 йыл, 17:54

Республика кардиология үҙәге — «Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары» бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 20 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Республика кардиология үҙәге — «Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары» бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты. Медицина учреждениеһы – химия сәнәғәте, төҙөлөш, ауыл хужалығы предприятиелары менән бер рәттә иң яҡшылар иҫәбендә, тип хәбәр иттеләр БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Республика кардиология үҙәгенең баш табибы Ирина Николаеваның әйтеүенсә, конкурста еңеү Республика кардиология үҙәгенең динамик үҫешеүсән медицина ойошмаһы икәнлеген раҫларға бирҙе, уның эшмәкәрлеге ил халҡына медицина хеҙмәте күрһәтеү сифатын арттырыуға йүнәлтелгән.

Белешмә. «Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары» — предприятиеларҙы һәм ойошмаларҙы Рәсәй продукцияһы һәм хеҙмәттәренең сифатын һәм конкуренцияға һәләтлеген артырыуға дәртләндереүсе бөтә Рәсәй конкурсы. Конкурс төп алты номинация буйынса ике этапта (төбәк һәм федераль) уҙғарыла: «Аҙыҡ-түлек тауарҙары», «Халыҡ өсөн сәнәғәт тауарҙары», «Производство-техник тәғәйенләнештәге продукция», «Халыҡ һәм художество промыслалары изделиелары», «Производство-техник тәғәйенләнештәге хеҙмәттәр»,«Халыҡ өсөн хеҙмәттәр».