3 декабрь, Шәмбе

19 ноябрь 2014 йыл, 17:27

Башҡортостанда Ҡурған өлкә башҡорттары мәҙәниәте көндәре уҙасаҡ

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 19 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Республикала 20-22 ноябрҙә Ҡурған өлкә башҡорттары мәҙәниәте көндәре уҙасаҡ. Байрам итеү сиктәрендә шаршамбы, 19 ноябрҙә, Өфөгә Ҡурған өлкәһе делегацияһы килә.

Сәфәр сиктәрендә «Ҡурған башҡорттары: тарих, хәҙерге заман һәм үҫеш перспективалары» тигән түңәрәк өҫтәл уҙғарыу күҙалланған. Форум эшендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары, республиканың йәмәғәтселек һәм дәүләт органдары вәкилдәре ҡатнашасаҡ. Бынан тыш, Мәҙәниәт көндәре сиктәренде БР Милли музейына экскурсия, Ҡурған өлкәһе художество үҙешмәкәр ижади коллективтарының Башҡортостан сәнғәт оҫталары менән бергәләп гала-концерт ойоштороу планлаштырылған. Шулай уҡ ҡунаҡтар биҙәү-ҡулланма сәнәғәте оҫталарының күгәҙмәһе, БР Милли ммузейының этнографик күргәҙмә экспонаттары һәм экспозицияһы менән танышасаҡ.

Ҡурған өлкәһе делегацияһы ағзалары республика Хөкүмәте вәкилдәре менән осрашасаҡ, Рәми Ғарипов исемендәге гимназия-интернатты ҡараясаҡ һәм Мәжит Ғафури  исемендәге Башҡорт академия драма театры спектаклендә буласаҡ.