Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.35 ↑

EUR 63.18 ↑

20 ғинуар, Йома

Уфа   °

«Янғантау» шифаханаһы — «Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары» программаһы һәм «Йыл предприятиеһы-2014» лауреаты

Иҡтисад

ӨФӨ, 2014 йыл, 19 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостандың Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығында Бөтә донъя сифат көнөнә арналған конференция уҙҙы, унда «Рәсәйҙең йөҙ иң яҡшы тауары» конкурсы еңеүселәрен иғлан иттеләр. 46 предприятие иҫәбендә юғары наградаға конкурста йыл һайын ҡатнашып килгән, туғыҙынсы тапҡыр уның лауреаты булған, «Янғантау» шифаханаһы дәүләт унитар предприятиеһы лайыҡ булды. Төбәктең иң яҡшы тауарҙары һәм хеҙмәттәре реестрына йәмәғәт туҡланыуы хеҙмәттәре инде – «Домашний» ҡойҡаһы, «Сәк-сәк» милли ашамлығы, шулай уҡ шифахана үҙе етештергән һөт цехы продукцияһы – ҡаймаҡ, кефир, татлы йогурт һәм майһыҙландырылған эремсек.

Бөтә Рәсәй кимәлендә башҡа уңышлы эшмәкәрлекте таныу билдәһе – имидж һәм эш репутацияһы өлкәһендә «Янғантау» шифаханаһы дәүләт унитар предприятиеһының «Йыл предприятиеһы-2014» бөтә Рәсәй премияһы лауреаты исеменә лайыҡ булыу. Шифахана үҫешенең ыңғай динамикаһы, иҡтисадтың төрлө өлкәләрендәге ҡаҙаныштары «Сифат гарантияһы» номинацияһы менән билдәләнде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть