9 декабрь, Йома

19 ноябрь 2014 йыл, 16:25

Польша волонтеры Башҡорт Википедияһын хупланы

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 19 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Алик Шакиров/.  «Вики-Һабантуй 2015» дөйөм исем аҫтындағы юбилей саралары комплексы сиктәрендә 2014 йылдың 1 ноябренән алып «Башҡорт Википедияһына — 10 йыл!» мәҡәләләр конкурсы иғлан ителгәйне, ул 2015 йылдың 1 апреленә тиклем дауам итәсәк. Унда һәр теләүсе үҙенең ижади мөмкинлектәрен һынап ҡарай ала. Тәжрибәле мөхәррирҙәр һәм яңы башлаусылар араһында конкурс айырым уҙғарыла.

Башҡорт Википедияһы администраторы Рөстәм Нурыев хәбәр итеүенсә, конкурс башланғандан алып 10 ирекмән 50-нән ашыу яңы мәҡәлә яҙған. Тәжрибәле ҡатнашыусылар араһында ете мөхәррир, шул иҫәптән конкурстан тыш мәҡәләләр мөхәррирләүсе жюри ағзалары. Яңы башлап тороусылар араһында өс ҡатнашыусы, шул иҫәптән бер мөхәррир, башҡорт телен белмәй. Jerzyjan1 исемле ҡатнашыусы Польшаның Лобез ҡалаһы тураһында мәҡәлә яҙған һәм шәхси сәхифәһендә поляк телендә тәҡдим иткән: «Jestem Polakiem, który lubi Wikipedię» поляк теленән тәржемә иткәндә «Википедияны яратыусы поляк» тигәнде аңлата.

Башҡорт Википедияһының юбилейына арналған конкурс ойоштороусылары туған теленең патриоттарын мәҡәләләр яҙыуға әүҙемерәк ҡушылырға һәм шуның менән мульти-тел виртуаль энциклопедияһын үҫтереүгә өлөш индерергә саҡыра.