9 декабрь, Йома

19 ноябрь 2014 йыл, 14:01

Республикала аҙыҡ-түлек кәрзине йыл башынан алып 6 процентҡа ҡиммәтләнгән

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 19 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Бер айға иҫәпләнгән минималь аҙыҡ-түлек тупланмаһы республикала йыл башынан алып 6 процентҡа ҡиммәтләнгән һәм хәҙер 2780,63 һум тора, тип хәбәр итә Башҡортостанстат. Шул уҡ ваҡытта дөйөм инфляция кимәле төбәктә ғинуар-октябҙә 7 процент тәшкил иткән, ә аҙыҡ-түлеккә хаҡтар 8,8 процентҡа үҫкән.

Аҙыҡ-түлек кәрзиненең хаҡы хеҙмәт йәшендәге ир-егет өсөн иң кәм аҙыҡ-түлек тупланмаһының хаҡы нигеҙендә билдәләнә. Методология РФ Хөкүмәте ҡарары менән раҫланған.