11 декабрь, Йәкшәмбе

19 ноябрь 2014 йыл, 14:48

Төркиә Республикаһы менән уртаҡ проекттарҙы БР Мәҙәниәт министрлығында тикшерҙеләр

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 19 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Төркиә Республикаһы Эскишехир провинцияһының рәсми делегацияһы Башҡортостанда сәфәрен дауам итә.

Республиканың Мәҙәниәт министрлығында Башҡортостандың Эскишехир провинцияһы менән мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә хеҙмәттәшлек мәсьәләләре тикшерелде, тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән. Осрашыуҙа БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Эскишехир провинцияһы губернаторы, «Эскишехир — төрки донъяның мәҙәни баш ҡалаһы-2013» агентлығы етәксеһе Гюнгер Азим Туна, губернатор урынбаҫары Нуруллах Наджи Калканджы, губернаторҙың шәхси канцелярияһы етәксеһе Харун Йылдырым, Евразия Яҙыусылар союзы рәйесе Якуп Омероглу, шулай уҡ «Эскишехир — төрки донъяның мәҙәни баш ҡалаһы-2013» агентлығы идараһы ағзаһы Әхмет Кот ҡатнаштылар.

— Беҙҙең өсөн Башҡортостан бик ҙур әһәмиткә эйә, Рәсәйҙең нәҡ ошо субъекты менән Төркиә Республикаһының бәйләнештәре әүҙем яйға һалына, уларҙы мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә лә тәрәнәйтергә теләр инек, — тип билдәләне Гюнгер Азим Туна.

Әминә Шафиҡова төрки фольклор коллективтарына 2015 йылдың июнендә «Берҙәмлек»— «Содружество» Халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивалендә ҡатнашырға тәҡдим итте. Үҙ сиратында, Төркиә делегацияһы вәкилдәре Башҡортостан Республикаһы вәкилдәренә 2015 йылдың май аҙағында – июнь башында Төркиәлә китаптар күргәҙмәһендә ҡатнашырға саҡырҙы.