10 декабрь, Шәмбе

19 ноябрь 2014 йыл, 12:33

IV Төрки телле илдәр һәм берләшмәләр медиа-форумында ҡатнашыусылар «донъя журналистикаһын» үҫтерергә саҡыра

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 19 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Төньяҡ Кипрҙағы Гирне (Кирения) ҡалаһында үткән көндәрҙә IV Төрки телле илдәр һәм берләшмәләр медиа-форумы тамамланды. Форум Төркиә Республикаһы Премьер-министры Аппараты ҡарамағындағы Баш матбуғат һәм мәғлүмәт идаралығы тарафынан ойошторолдо.

Рәсми шәхестәрҙең ҡатнашыуы сараға дәрәжә өҫтәне, улар араһында – Баш матбуғат һәм мәғлүмәт идаралығының генераль директоры Морат Ҡараҡай, Төрки телле илдәр һәм төбәктәр медиа-платформаһы рәйесе Ата Атун, Төркиә Премьер-министры урынбаҫары Бюлент Алынч, ТӨРКСОЙ-ҙың генераль секретары Дюсен Касеинов, Әзербайжандың Матбуғат советы рәйесе Әфләтүн Амашов, Ҡырғыҙстандың мәҙәниәт, мәғлүмәт һәм туризм министры урынбаҫары Айнур Тимербеков.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, форумда 150-ләп делегат ҡатнашты — Әзербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төркиә, Молдова составындағы Гагаузия Автономиялы Республикаһы һәм башҡа илдәрҙән һәм төбәктәрҙән дәүләт һәм шәхси баҫмалар журналистары, киң мәғлүмәт саралары етәкселәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, хөкүмәттәке булмаған ойошмалар вәкилдәре һәм ғилми хеҙмәткәрҙәр. Рәсәй исеменән төрки телле республикалар – Башҡортостан, Татарстан, Ҡабарҙы-Балкар, Дағстан, Яҡут, Ҡарасәй-Черкес, Тыва журналистары ҡатнашты, шул иҫәптән «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире урынбаҫары Алик Шакиров һәм мәҙәниәт буйынса күҙәтеүсеһе Ләйлә Аралбаева.

Өс көнлөк программала медиа вәкилдәре өсөн көнүҙәк темаларға төрөк һәм рус телдәрендә дүрт ултырыш уҙҙы. 20-нән ашыу ил вәкиле фекер алышыуҙа ҡатнашты һәм дүшәмбе, 17 ноябрҙә, форум йомғаҡтары буйынса декларация ҡабул итте.

«Матбуғат вәкилдәре тәрән боронғолоҡҡа илтеүсе, дөйөм тарихҡа, телгә, мәҙәниәткә, оҡшаш тамырҙарға эйә булған төрки телле илдәр һәм берләшмәләр араһында бер-береһен хөрмәт итеү һәм уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙар нигеҙендә бәйләнештәрҙе үҫтерергә ниәтләнеүҙәрен, төрки телле илдәр һәм берләшмәләр медиа-форумының һөҙөмтәле үҙ-ара аралышыу селтәрен булдыра алыуына ышаныс белдерҙе», — тиелә йомғаҡлау документында.

Декларацияла глобаль һәм төбәк программаларын тыныс алымдар менән хәл итеү йәһәтенән медианың роле һәм «донъя журналистикаһы» тигән һөнәри төшөнсә билдәләнә. Һәр форумды төрки донъяһы алдында ҡаҙаныштары булған эшмәкәрҙәрҙең береһенә арнарға ҡарар ителде.

Яңыртылған Төрки телле илдәр һәм төбәктәр медиа-платформаһы интернет-сайтының презентацияһынан һуң ойоштороусылар, был ресурс яңылыҡтар һәм мәғлүмәттәр менән алмашыуҙы арттырасаҡ һәм медиа вәкилдәре араһында бәйләнеш каналдарын даими итәсәк, үҙ-ара диалогты киңәйтәсәк, тип билдәләне.

Һүҙ көрәштереүҙәр барышында киләсәк форумдарҙа һәр илдең йәки берләшмәнең видеопрезентацияһын уҙғарыу, мәҙәни программаны киңәйтеү, шулай уҡ форумда ҡатнашыусылар өсөн махсус тел курстары ойоштороу тураһында тәҡдимдәр яңғыраны.