11 декабрь, Йәкшәмбе

19 ноябрь 2014 йыл, 9:29

Өфөлә тыл эшсәндәренә һәйкәл 2015 йылдың сентябрендә барлыҡҡа киләсәк

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 19 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы тыл эшсәндәренә һәйкәл Өфөнөң Еңеү паркында 2015 йылдың сентябрендә барлыҡҡа киләсәк. Бының хаҡта Еңеүҙең 70 йыллығына әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса республика ойоштороу комитеты ултырышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов хәбәр итте. Шул ваҡытта Өфөлә Рәсәй-Ҡаҙағстан форумы уҙасаҡ. Төбәк етәксеһенең фекеренсә, дәүләттәр башлыҡтары мемориалды асыу тантанаһында ҡатнаша аласаҡ.

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының (пенсионерҙарының) республика йәмәғәт ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Сергей Габриэлов менән республиканың Мәҙәниәт министрлығы иғлан иткән, иң яҡшы һәйкәл проектына асыҡ конкурс уҙғарыу барышына борсолоуын уртаҡлашты. Әлеге ваҡытта конкурстың ойоштороу комитетына ни бары алты эш килгән. Республика башлығы конкурс комиссияһы эшенә ветерандар ойошмаларын йәлеп итергә кәрәк тип иҫәпләй, улар иң яҡшыны һайларға тейеш тә.

Башҡортостан Президенты 2015 йылдың 1 ғинуарына тиклем башҡа мемориаль объекттарҙы ла тәртипкә килтерергә ҡушты.

— Юбилей сараларына әҙерлектең иң мөһим өлөшө – һәләк булған Ватанды һаҡлаусыларҙың хәтерен мәңгеләштереү. Республика территорияһында бик күп ҡәберлектәр бар, шул иҫәптән исемһеҙ ҡәберҙәр. Бөгөн уларҙың иҫәбен һәм паспортлаштырыуҙы яйға һалырға, архив һәм эҙләү эшен әүҙемләштерергә кәрәк. Хәрби тарихтағы бушлыҡтарҙы тултырыу өсөн был эшкә уҡыусыларҙы һәм студенттарҙы йәлеп итеү, яңы эҙләү отрядтары, иреклеләр командалары ойоштороу мотлаҡ, – тине Рөстәм Хәмитов.