Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов социаль туризм программаһын боҙоп күрһәтергә тырышыуҙарын туҡтатты

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 19 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/.

Еңеүҙең 70 йыллығына әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса республика ойоштороу комитеты ултырышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетын социаль туризмға айырым иғтибар бүлергә саҡырҙы.

— Был программаға тап төшөрөргә кәрәкмәй. Кешеләрҙе йәшәү һәм ял итеү өсөн яраҡһыҙ профилакторийҙарға, сәйер структураларға йүнәлтмәгеҙ. Кешеләрҙе социаль туризм программаһы буйынса тейешле урындарға ебәрмәүҙәре тураһында ялыуҙар байтаҡ.  Ял урынына улар унда өҫтәмә стресс кисерә һәм ауырып ҡайта, — тип билдәләне республика башлығы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, социаль туризмды үҫтереү республика маҡсатлы программаһы Башҡортостанда 2011 йылдан алып ғәмәлгә индерелә. Уҙған өс йылда уны тормошҡа ашырыуға 130 миллион һумдан ашыу бүленгән. Программа сиктәрендә өс туристик маршрут йүнәлеше эшләй: Башҡортостан Республикаһы, Рәсәй Федерацияһы һәм сит илдәр буйлап. Быйыл туристик путевка менән һигеҙ меңдән ашыу өлкән йәштәге кеше тәьмин ителде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть