9 декабрь, Йома

19 ноябрь 2014 йыл, 8:31

2015 йылда республика Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға федераль бюджеттан 1,5 млрд һумдан ашыуыраҡ аласаҡ

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 19 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 2015 йылда Башҡортостанда йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға федераль субвенциялар күләме 1,572 миллиард һум тәшкил итәсәк. Бының хаҡта Еңеүҙең 70 йыллығына әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса республика ойоштороу комитеты ултырышында БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Хәлит Мәхмүдов хәбәр итте.

Ветерандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү ултырыштың төп темаларының береһе булды. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов был өлкәләге мөһим проблемаларҙы билдәләп үтте.

— Ветерандарҙы йәшәү урыны буйынса сиратҡа ҡуймау факттары билдәле. Етәкселәр формаль яуап яҙыу менән шөғөлләнә. Бынан тыш, өлкән кешеләр яңы фатир алғандан һуң йыш ҡына унда уларҙың яҡын туғандары күсә. Хеҙмәт министрлығының мәғлүмәттәре буйынса, торлаҡ менән тәьмин ителгән ветерандарҙың тик 65 проценты ғына федераль бюджет саралары иҫәбенә алынған торлаҡтың хужалары булып ҡала. Сәбәптәр төрлө — ҡайҙалыр намыҫһыҙ туғандар, ҡайҙалыр йылғыр кешеләр ветерандарҙы бүләк итеү, алыу-һатыу килешеүҙәрен рәсмиләштерергә күндерә, һуңынан ветерандар торлаҡһыҙ ҡала, — тине Башҡортостан Президенты.

Рөстәм Хәмитов БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына, шулай уҡ муниципалитет башлыҡтарына ветерандар һәм уларҙың туғандары менән әүҙемерәк аңлатыу эштәре, шулай уҡ урындарҙағы хәлдең даими мониторингын алып барырға ҡушты.

Республиканың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова һуңғы ике йылда 2275 ветерандың үҙ торлаҡ шарттарын яҡшыртыуын билдәләне. Шуға ҡарамаҫтан, федераль бюджет иҫәбенә торлаҡ менән тәьмин ителгән 1647 кеше емерек һәм йәшәү өсөн яраҡһыҙ йортта йәшәүҙәрен дауам иткән. Башҡарылған эш һөҙөмтәһендә 976 ветеран яңы фатирға күсерелә.

Республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Хәлит Мәхмүдов, 2012 йылдан алып был маҡсатҡа йүнәлтелгән федераль бюджет сараларының күләме 4,684 миллиард һум тәшкил итте, тип хәбәр итте. Тик быйыл ғына субвенциялар формаһында республикаға 746,1 миллион һум күсерелде, ул 639 ветеранды торлаҡ менән тәьмин итеү мөмкинлеге бирә. 535 кеше яңы торлаҡҡа күсте лә инде, тағы ла 104 кеше алынған торлаҡ сертификаттарын әлегә ғәмәлгә индермәгән. 1 ноябргә ҡарата торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сиратта 1786 кеше тора, өҫтәүенә уларҙың һаны ай һайын арта бара. 2015 йылда бүленәсәк саралар менән тик 1304 кешене генә торлаҡ менән тәьмин итеп буласаҡ.

Рөстәм Хәмитов Рәсәй Хөкүмәтенә өҫтәмә финанслау бүлеү үтенесе менән мөрәжәғәт әҙерләргә ҡушты. Ул торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтажлы һуғыш ветерандарының сиратын тулыһынса бөтөрөргә мөмкинлек бирәсәк.