11 декабрь, Йәкшәмбе

18 ноябрь 2014 йыл, 17:49

Башҡортостан Президенты Хакимиәте структураһы үҙгәреш кисерҙе

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 18 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. Рөстәм Хәмитов «Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте эшмәкәрлеген камиллаштырыуҙың айырым мәсьәләләре тураһында»ғы указға ҡул ҡуйҙы.

Уның структураһын оптималләштереү маҡсатында Территориялар һәм кадрҙар сәйәсәте менән эш итеү идаралығы икегә бүленде – Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығына һәм Дәүләт хеҙмәте һәм кадрҙар сәйәсәте мәсьәләләре буйынса идаралыҡҡа. Һәр идаралыҡ үҙ структура бүлектәренә эйә. Бынан тыш, БР Президентының Ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығының мәғлүмәти һәм электрон технологияларҙы ҡулланыу бүлеге бөтөрөлдө.

Указға ярашлы шулай уҡ Эксперт-контроль идаралығына һәм Ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығына ингән бер нисә бүлектең исеме алмаштырыласаҡ.