7 декабрь, Шаршамбы

18 ноябрь 2014 йыл, 18:32

Рөстәм Хәмитов: «Һәр ветеран ысын хәстәрлек итеүҙе тойорға тейеш»

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2014 йыл, 18 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 18 ноябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына әҙерлек һәм уны байрам итеү буйынса республика ойоштороу комитеты ултырышын уҙғарҙы. Унда БР Хөкүмәте ағзалары, профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, шулай уҡ йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.

— Еңеүҙең 70 йыллығына тиклем бик аҙ ваҡыт ҡалды, ярты йылдан саҡ ҡына ашыуыраҡ. Бөйөк Ватан һуғышы һәр Совет ғаиләһенә ҡағылды, шуға күрә был байрам, бер яҡтан, дәүләт әһәмиәтенә эйә, икенсенән — ул кешеләребеҙ өсөн бик яҡын. Был байрамды әҙерләүгә яуаплы ҡарарға, Бөйөк Еңеүгә лайыҡлы булһын өсөн барыһын да эшләргә кәрәк, — тип билдәләне республика башлығы.

Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, Башҡортостан иң күп Бөйөк Ватан һуғышы ветераны — 81 446 кеше йәшәүсе һигеҙ төбәк иҫәбенә инә, уларҙың 5 445 — ул һуғышта ҡатнашыусылар һәм инвалидтар, 52 меңгә яҡын тыл хеҙмәткәре һәм 24 меңләп һуғыш инвалиды һәм ҡатнашыусының тол ҡалған ҡатыны, шулай уҡ 193 кеше «Блокадалы Ленинградта йәшәүсе» билдәһе менән наградланған.

— Ветерандарыбыҙ араһында 1 581 кеше 90 йәштән өлкәнерәк, 10 кеше 100 йәштән уҙған. Өфөлә йәшәүсе иң өлкән һуғыш ветераны Колмыков Алексей Ивановичҡа 103 йәш тулды. Был кешеләр дәүләт һәм муниципаль власть органдары яғынан да, бөтәбеҙҙән дә үҙҙәренә ҡарата айырым мөнәсәбәткә һәм иғтибарға лайыҡ, — тине Башҡортостан Президенты.

Рөстәм Хәмитов, республикала бөгөн 300 меңгә яҡын һуғыш һәм хеҙмәт ветеранына социаль ярҙам күрһәтелә, тип хәбәр итте. Йыл һайын был маҡсаттарға 4 миллиард һум самаһы йүнәлтелә, шул иҫәптән 2 миллиард һум – республика бюджетынан. Ай һайын аҡсалата түләүҙәр, өҫтәмә матди тәьминәт, фатирға һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәр буйынса компенсациялар түләнә. Республика бюджеты иҫәбенә айырым категориялар буйынса пенсияларға өҫтәмә түләүҙәр бара.

— Ветерандарҙың оло йәштә булыуҙарын иҫәпкә алып, хәҙер иң мөһиме – уларға адреслы, шәхси ярҙам күрһәтеү. Ҡайһы берәүҙәрҙең туғандары юҡ, яңғыҙ фронтовиктар ҙа бар, улар тураһында көндә хәстәрлек итергә кәрәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өлкән кешеләрҙең ҡайһы саҡта медицина учреждениеларында кәрәкле иғтибар һәм ярҙам алмауын танырға кәрәк. Һаулыҡ торошоноң ҡотолғоһоҙ йәш үҙгәрештәренә һылтанып табиптарҙың ветерандарға дауаханаға һалыуҙан баш тартыу осраҡтары булғыланы. Бындай осраҡтар өсөн яза бирергә кәрәк. Башҡаса мин әйтә лә алмайым. Һәр ветеран ысын хәстәрлек итеүҙе, формалһеҙ ҡатнашлыҡты тойорға тейеш, — тип айырып әйтте төбәк башлығы.

Башҡортостан Президенты, Еңеүҙең 70 йыллығы үҫеп килгән быуын өсөн мөһим тәрбиә һөҙөмтәһенә эйә буласаҡ, тип иҫәпләй.

— Был эшкә барыһын да бөтә яуаплылыҡ менән ҡарарға саҡырам, айырыуса мәктәп саралары, ветерандар менән осрашыуҙар уҙғарыуға, хәрби обелисктарға сәскәләр һалыуға. Бөгөн йәштәрҙә тыуған илгә һөйөү тәрбиәләүҙә – эскерле эшкә, иҫкергән штамптарға, формализмға юл ҡуйырға ярамай, — тине Рөстәм Хәмитов.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика Президентының ҡарары һәм бойороғо менән ойоштороу комитеты составы һәм саралар планы раҫланған. Уны ғәмәлгә ашырыуҙа бөтә кимәлдәге власть органдары, йәмәғәт ойошмалары, фән, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр, спорт учреждениелары йәлеп ителгән.